Һорауығыҙға яуапты һәм кәңәштәрҙе «Ышаныс» психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге-нең педагог-психологы Наталья Алюкова бирә.
- Һеҙгә ҡарата һыуыныуын үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ. Бәлки, тойғолар бер аҙ ҡалғандыр ҙа, әммә ул һеҙҙең көсһөҙлөгөгөҙҙән файҙалана ғына. Уйлағыҙ әле, ошо бәхет йәки мөхәббәт буламы ни инде? Бер аҙ пауза эшләгеҙ, айырым тороп ҡарағыҙ. Ғүмер бер генә бирелә, һәм ул һеҙҙеке генә, уны боҙорға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Әхлаҡи яҡтан баҫым яһау кешегә бигерәк ауыр тәьҫир итә. Тормош иптәшегеҙҙе һайлауға бик етди ҡарағыҙ. Әле үк шулай булғас, артабан тағы ла насарыраҡ хәлдәр көтәсәк. Кеше үҙе теләһә генә үҙгәрә ала. Ауыр һүҙ әйтеү, мыҫҡыллау һәм ҡыйырһытыу булған мөнәсәбәттәрҙе нормаға һанап, үҙегеҙҙе тынысландырмағыҙ.