газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
3 Ғинуар 2020, 12:50

“Ҡала көсө” үрҙәр яулай

Ҡаланың «Ҡала көсө» ирекмәндәр хәрәкәтен ҡалала белмәгәндәр һирәктер. Ниндәй генә сара үткәрелмәһен, улар һәр ваҡыт ҡаҙан уртаһында ҡайнай. Улай ғына түгел, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен күрһәтергә лә өлгөрәләр.

Күптән түгел улар йәштәр араһында сәләмәт тормош рәүешен пропаган-далауға, наркоманияны, эскелекте һәм ВИЧ-ты профилактикалауға йүнәлтелгән «Иң яҡшы ирекмән» республика конкурсында ҡатнашып, ”Иң яҡшы ирекмән командаһы” номинацияһында еңеү яулауға иреште. - Конкурс өс номинацияла уҙғарылды. Шуларҙың береһендә беҙ иң яҡшыһы тип танылдыҡ. Йәштәргә был йүнәлеш бик оҡшай. Киләһе йылға “Хәүефһеҙлек ирекмәндәре” тигән яңы йүнәлеш булдырырға уйлайбыҙ. Ирекмәндәр еңеүҙәренән бик ҡәнәғәт, шат. Ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа, артабан да тырышып эшләргә инде. Еңеүселәр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде, - тип һөйләй “Ҡала көсө” етәксеһе Илүзә Дәүләтбәкова. Етәксе һүҙҙәренсә, ирекмәндәрҙең дөйөм һаны - 506. Шуларҙың 81-е- бик әүҙем йәштәр икән. Йыл әйләнәһенә улар үҙ йүнәлештәре буйынса тырышып эшләгән, мәктәптәрҙә әңгәмәләр, ҡала халҡы менән һорашыу уҙғарғандар. Мәҫәлән, Татьяна Васильева менән Даниил Савельев тәмәке тартыуҙы, Александр Ситников менән Полина Әбделмәнова ВИЧ-инфекцияны профилактикалау эше менән шөғөлләнһәләр, Рената Зәйнуллина менән Камила Шувалова сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға ҙур көс һалғандар. Илүзә Йәүҙәт ҡыҙының төркөмөнә, башлыса, 24-се, 7-се мәктәптәрҙең, Салауат индустриаль колледжының егет-ҡыҙҙары тупланған. Ирекмән - үҙ теләге менән ярҙам итеүсе, тигәнде аңлата. Тимәк, был йәштәр үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртмай, ә башҡаларҙың хәстәре менән дә янып йәшәй. Аҙна башында был әүҙем йәштәрҙе йыл йомғаҡтары буйынса йәштәр эштәре буйынса комитеттың Рәхмәт хаттары менән бүләкләп, уларға кинотеатрға билеттар тапшырҙылар.
Читайте нас: