- Быйылғы йыл беҙҙең өсөн уңышлы булды. Иң мөһиме - Хоҙай Тәғәлә беҙҙе ата-әсә булыу бәхетенә ирештерҙе. Киләһе йылда уның тәпәй баҫҡанын күрергә, тәтелдәп һөйләшеүен ишетергә яҙһын, иң мөһиме, сабыйыбыҙ һау-сәләмәт булып үҫһен. Беҙгә ғүмер бүләк иткән ата-әсәйҙәребеҙ иҫән булһын, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға именлек, ғөмүмән, бөтә илдә тыныслыҡ булыуын теләйбеҙ, - ти йәштәр.
Ғаилә башлығы Ришат «Газпром-нефтехим Салауат» йәмғиәтендә оператор булып эшләһә, Гүзәл балалар поликлиникаһында - шәфҡәт туташы. Әле әсә декрет ялында. Йәсминәнең иһә ата-әсәһенең һөйөүенә сорналып, бәхетле бала саҡ донъяһының тәмен татыған татлы мәлдәре. «Атай», «әсәй» тигән тәүге һүҙҙәре менән ҡәҙерле-ләрен ҡыуандырырға ла өлгөргән инде.
- Айырыуса, атаһының эштән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Ишектән килеп кереү менән бәләкәс кенә ҡулдарын атаһына һуҙып, талпына, - ти һөйөклө ҡатын, бәхетле әсә.