Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
31 Декабрь 2019, 12:50

Ерле, йортло ғаилә - бәхетле ғаилә

Ерле, йортло булыу - хыялдарҙың иң ҙуры, иң яҡтыһылыр. Байрам алдынан льготалы граждандарға тейеш ер участкаларына танытма тапшырыу 40 ғаилә өсөн ҙур шатлыҡ һәм бәхет бүләк иткәндер.

Өс һәм унан да артыҡ бала һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҡанун буйынса ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып Салауатта 1500 ғаилә ер участкаһына эйә булған.
- Йыл буйына һәр квартал һайын тиерлек беҙ льготаға эйә граждандарға ер участкаһы биреү тураһындағы ҡарарҙы тапшырҙыҡ. Оҙаҡламай Яңы йыл, һәр ғаиләгә, һәр йортҡа ул уңыштар алып килер тип ышанабыҙ. Ә беҙ һеҙгә ошондай бүләк эшләйбеҙ. Бөгөн ошо мәҙәни-ял үҙәгендә һеҙҙе балаларығыҙ менән күреү шатлыҡлы. Яңы йылды ла күтәренке кәйефтә ғаиләгеҙ менән бергә ҡаршы алып, именлектә йәшәгеҙ, - тине тантананы асып ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина. Шулай уҡ ул сараға йыйылыусыларға ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлиловтың да ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Ғаиләләргә ер участкаһына ҡарар-ҙарҙы ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Михаил Сидоров тапшырҙы. Ул ғаиләләрҙең ошо ер участкаларында йорттар һалып, матур тормош ҡороуҙарын теләне.
Садиҡовтар ғаиләһендә өс бала, олоһо Айрат, уртансыһы Алмаз һәм кесеһе Эльмира.
- Беҙ ер участкаһы алыуыбыҙға бик шат, - ти әсә кеше Зөлфиә Садиҡова. - Унда үҙ йортобоҙҙо төҙөү планы бар. Күп балалы ғаилә булыу - бәхет. Айрат улыбыҙ Пермь фәнни-тикшеренеү университеты студенты, Алмаз һәм Эльмира мәктәптә уҡып йөрөй.
Һуңынан ҡаланың баш архитекторы Ринат Абрахманов телмәр тотто.
- «Көнбайыш» микрорайоны проек-ты 2010 йылда уҡ әҙерләнә. Уға яраш-лы, унда торлаҡ йорттар, социаль-мәҙәни әһәмиәтле объекттар төҙөү, коммуналь хеҙмәтләндереү, инженер коммуникациялар һалыу ҡаралған. Бында 267 кешелек мәктәп, бер балалар баҡсаһы, поликлиника, сауҙа үҙәге, торлаҡ-файҙаланыу участкаһы, физкультура-спорт оъекттары төҙөү, ғөмүмән, кешенең көндәлек ихтыяждарын ҡә-нәғәтләндерерлек барлыҡ шарттар булдырыу планлаштырыла. Был микро-районда 606 ер участкаһы межаланып, иҫәпкә ҡуйылған, - тине Ринат Рим улы.
Баш архитектор билдәләүенсә, был Салауат ҡалаһында бүленгән һуңғы ер участкалары, сөнки ҡала биләмәһендә шәхси йорттар төҙөү өсөн ер бүленеп бөткән. Артабан сиратта тороусы льготалы граждандарға ер участкалары Мәләүез районының Корнеевка һәм Рамадановка ауылдары ерлегендә тәҡдим ителәсәк.
Һуңынан ҡаланың баш архитекторы һәм милек менән идара итеү комитеты етәксеһе Салауат Рәхмәтуллин һорауҙарға яуап бирҙе.
Читайте нас: