Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
31 Декабрь 2019, 12:45

Беҙ йыйылдыҡ байрамға, йәшел шыршы янына

53-сө балалар баҡсаһында бер-бер артлы Яңы йыл иртәлектәре бара. Бәләкәй генә ҡыҙҙар һәм малайҙар матур күлдәктәрен, костюмдарын кейеп, ҡыуанышып байрамда ҡатнаша, шиғырҙарын һөйләй, йырлай-бейей, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан шатланышып күстәнәстәр ҡабул итә. Сабыйҙарҙың Яңы йылға ҡайнар сәләмдәрен гәзит уҡыусыларға ла еткерәбеҙ.

Наҙгөл Ишемғолова (6 йәш):
- Бөгөн шыршы балҡып тора
Бүлмәләрҙә, өйҙәрҙә.
Ул бейеп китер һымаҡ
Беҙ уйнаған көйҙәргә.
Азалия Заһиҙуллина (6 йәш):
- Ә санала күҙҙең яуын
Ала йәш шыршы.
Ҡыш бабайҙың бүләге ул
Байрамға ҡаршы.
Альбина Миңлемөхәмәтова (6 йәш):
- Һағындыҡ шул Ҡыш бабайҙы,
Ул беҙгә бик ҡәҙерле.
Тоҡлап ҡыуаныс килтергәс,
Көтәбеҙ шул ҡәҙәрле!
Арыҫлан Аҙнаев (4 йәш):
- Ҡыш бабайҙың тоғо бик ҙур,
Күстәнәсе мул ғына.
Бүләктәрен тиҙ таратһын
Беҙгә кәрәк шул ғына.
Читайте нас: