Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
6 Декабрь 2019, 12:19

Ғаилә - йәшәү усағы

Октябрь аҙаҡтарында ҡалала «Йәш ғаилә» конкурсы уҙғайны. Унда Ишбаевтар ғаиләһе еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Яңыраҡ Өфөлә «Йәш ғаилә - 2019» республика конкурсының финалы үтте.

Бәйгелә Асҡын, Яңауыл, Учалы, Ишембай, Көйөргәҙе райондары, Өфө һәм Салауат ҡалаһы ҡатнашты. Бөтәһе ете ғаилә маһирлығын, тапҡырлығын иҫбат итте. Беҙҙең ҡаланан Ишбаевтар, 3-сө урынға лайыҡ булды.

- Конкурс программаһы «Квест-уйын» формаһында уҙҙы. Унда театрға, милли йолаларға, әҙәбиәткә ба-ғышланған һынауҙар булды, ижади номерҙар ҙа, спорт ярыштары ла мауыҡтырғыс итеп ойошторолғайны. Улда-рыбыҙ ҙа ҙур сәхнәлә юғалып ҡалманы, үҙҙәрен иркен тотто. Айырыуса музыкаль номерҙа кесе улыбыҙ Исмәғил үҙен тулыһынса асты. Беҙҙең өлөшкә уның иң яратҡан йыры сыҡты. Шуға, башлыса, ул башҡарҙы, ә беҙ ярҙам итеп кенә торҙоҡ. Конкурста өсөнсө урынды яулауыбыҙға шатбыҙ. Башҡа ғаиләләр ҙә ошондай сараларҙа ҡатнашһын, үҙҙәрен күрһәтһен, тағы ла алдын-ғыраҡ урындарҙы яуларға тырышһын, - ти Ишбаевтар.

Ғаилә башлығы Азат Марат улы Яңы Салауат ТЭЦ-ында, ә Роза «Ғаилә» үҙәгендә етәксе булып эшләй. Улдары 12 йәшлек Ғимран менән 10 йәшлек Исмәғил 25-се башҡорт гимназияһында уҡый. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ шөғөлө бар. Ғимран бассейнға, сәнғәт үҙәгенең һүрәт төшөрөү түңәрәгенә йөрөй, ә Исмәғил «Родничок» ансамблендә бе-йей, фортепианола ла уйнай. Азат Марат улы иһә өйҙә лимон үҫтереү менән шөғөлләнә. Һөйөклө ҡатыны, ҡәҙерле әсәйҙәре Роза Рифар ҡыҙын баһадирҙай өс егет ҡурсалап-һаҡлап ҡына тора.

- Ғаиләмдең ныҡлы тая-нысын тойоп йәшәйем. Бер-гәләп ултырып кәңәшләшәбеҙ, һөйләшәбеҙ. Ҡәҙерле ирем, улдарым янында үҙемде батшабикә кеүек хис итәм, улар миңә иғтибарын, һөйөүен йәлләмәй. Улым Исмәғил - наҙлы һәм изге күңелле, ә Ғимран бик яуаплы һәм етди. Һәр иртә ул бөтәбеҙҙе лә уята, сәйҙәр ҡуя. Тормош иптәшем Азат менән 2002 йылдан бирле бергә. Армия хеҙмәтенә оҙатып ҡалып, көтөп алдым. Ул - ышаныслы ир, янында үҙемде яҡлаулы тоям. Үҙе эскерһеҙ, ихлас. Ғаиләм менән бәхетлемен, - ти Роза Ишбаева.


Читайте нас: