Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
1 Ноябрь 2019, 12:53

Дәртле лә, дарманлы ла йәш ғаиләләр

Ғаилә - кеше тормошоноң таянысы. Йәштәр өйләнешкәс тә ошоно аңлап, тормоштағы шатлыҡтарҙы ла, ауырлыҡтарҙы ла иңгә-иң терәп кисерә белһә, уларҙан бәхет ҡото китмәҫ. Шул уҡ ваҡытта балалаларын үҙ өлгөһөндә тырыш та, изгелекле лә, аҡыллы ла итеп тәрбиәләй алыусы матур ғаиләләр йәмғиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булып тора. Салауатта уҙған “Йәш ғаилә” конкурсында ҡатнашыусы һәр ғаиләне үрнәк итеп алырлыҡ.

Бына ҡалала бер нисә йыл инде йәмғиәттә ғаилә абруйын күтәреү, уның ҡиммәттәрен нығытыу, йәштәрҙе ғаиләгә яуаплы ҡарарға әйҙәү кеүек әһәмиәтле маҡсаттарҙы төп йүнәлеш итеп алған “Йәш ғаилә ” ҡала бәйгеһе ойошторола.

- Беҙ йыл һайын ошо мәҙәни-ял усағына Салауаттағы ысын йәш ғаиләнең ниндәй булыуын күрер өсөн йыйылабыҙ. Беҙ беләбеҙ, ғаилә - ул мөхәббәт, атай менән әсәйҙең, ата-әсәнең балаға ҡарата, өләсәй һәм олатайға ҡарата һөйөүе. Һәм был ғаилә тормошо өсөн иң мөһимелер. Имен, татыу ғаиләләр ҡалабыҙҙың терәге, ә инде ярышҡа сыҡҡандар меңәрләгән ғаиләләргә сәмле ижад, дуҫлыҡ, берҙәмлек өлгөһө булып тора, - тип сәләмләне сарала ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынба-ҫары Дилбәр Мостафина.


Конкурстың финалында быйыл дүрт ғаилә ҡатнашты: Солтанбаевтар, Ишбаевтар, Асауптар һәм Халиҡовтар. Бәйге талаптары буйынса ғаиләнең законлы никахта һәм балалары булыуы шарт ине. Йәш парҙар араһында Асауптар бер ҡыҙ тәрбиәләһә, ҡалғандар икешәр бала үҫтерә. Бәйге һынауҙарына килгәндә, ғаиләләр ГТО нормаларын үтәргә, ғаиләнең визиткаһын әҙерләргә, балаларҙың ижади номерҙарын күрһәтергә һәм һорауҙарға яуап бирергә тейеш булды.

Тәүге визитка конкурсында ғаиләләр видеояҙма менән генә сикләнмәй, бейеүҙәр, йырҙар, үҙҙәре хаҡында яҙған шиғырҙар менән дә байытты. Икенсе һынау балаларҙың ижади һәләттәрен асып һалыуға ҡайтып ҡалды. Иң бәләкәй малайҙан алып конкурста ҡатнашыусы барлыҡ балалар шөғөлдәрен, оҫталыҡтарын күрһәтте, кемдер йырлап, кемдер шиғыр һөйләп, кемдер бейеп таң ҡалдырҙы. Шулай уҡ республиканың 100 йыллығына арнап әҙерләнгән викторина һорауҙарына яуап биреүҙә лә һынатманы конкурста ҡатнашыусылар, һәр ҡайһыһы тыуған еребеҙ хаҡындағы белемле булыуын иҫбат итте.

Залда йыйылған тамаша-сылар йәш ғаиләләр өсөн янып-көйҙө, уларҙы дәртләндерҙе. Ҡаланың ижад коллективтары әҙерләгән сығыштарҙы ла яратып ҡабул иттеләр.

“Йәш ғаилә” конкурсында ҡатнашыусы һәр ғаилә еңеүгә лайыҡ икәнен иҫбатлаһа ла, бәйге булғас уның еңеүселәре лә билдәләнергә тейеш. Шулай итеп, жюри ағзалары бөтә конкурсты күҙәтеп, үҙ һығымталарын яһаны.

Иң тәүҙә “Тамашасы һөйөүе” номинацияһы менән Солтанбаевтар ғаиләһе бил-дәләнде. Һуңынан өсөнсө урын алыусы ғаилә иғлан ителде. Улар - Асауптар. Ғаилә башлығы Алтын холоҡ төҙәтеү колонияһында инспектор, ҡатыны Мәрйәм “Үҫмер” йәштәр үҙәгендә эшләй, Амелия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Икенсе урынға Халиҡовтар ғаиләһе лайыҡ тип табылды. Был ғаиләлә ике бала тәрбиәләнә, Динә мәктәптә уҡыһа, Марат балалар баҡсаһына йөрөй. Атай кеше Рөстәм “Төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары заводы” хеҙмәткәре, әсәй кеше Рәйлә 18-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Беренсе урынға Солтанбаевтар сыҡты. Ғаилә башлығы Ирек “Газпром нефтехим Салауат”та хеҙмәт юлын алып барһа, хужабикә Гөлнара пәрҙәләр салонында эшләй. Уларҙың ҡыҙҙары Самира ла, улдары Самат та балалар баҡсаһына йөрөй.

“Йәш ғаилә” конкурсының Гран-приһын һәм Өфөлә уҙасаҡ республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын Ишбаевтар алды. Еңеүсе ғаиләгә электрон һәм көн-күреш техникаһы һатып алыуға 20 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

- Беҙ ныҡ тырыштыҡ, оҙаҡ итеп әҙерләндек һәм еңеүгә ирештек. Бик шатбыҙ. Конкурс күңелле үтте. Беҙгә яҡындарыбыҙ ҙа, үҙебеҙ эшләгән хеҙмәт коллективтары ла, балаларыбыҙ йөрөгән түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр ҙә ҙур ярҙам итте, уларға рәхмәтлебеҙ, - ти Ишбаевтар ғаиләһе.

Ғаилә башлығы Азат “Яңы Салауат ТЭЦ-ы”нда эшләй, ә тормош иптәше Роза “Ғаилә” үҙәге етәксеһе, улдары Ғимран һәм Исмәғил 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнәләр.

Әйткәндәй, конкурста бер ғаилә лә бүләкһеҙ ҡалманы. Улар ҡала хакимиәтенең йәш-тәр эштәре буйынса комитетынан иҫтәлекле бүләктәр, шулай уҡ конкурстың бағымсылары KFC ресторандар селтәренән, “Пышка” компаниялар төркөмөнән һәм “УралБатут” спорт үҙәгенән сертификаттар алды.


Читайте нас: