газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
4 Октябрь 2019, 13:02

Ирекмәндәр ярҙамға килер

14 октябрҙә Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатыла. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк.

Дөрөҫ, халыҡтың күпсе-леге юлдаш йәки IP-TV-ға тоташтырылған. Әммә аналог сигналын тотоусы иҫке телевизорҙар ҙа бар әле. Уларҙа Беренсе каналда уң яҡта өҫкө мөйөштә “А” хәрефен күрергә мөмкин. Бындай телевизорҙар булғанда, һанлы приставка алырға кәрәк буласаҡ. Ярай йәштәр уны магазиндан барып алыр ҙа, йәһәт кенә үҙҙәре урынлаштырып ҡуйыр. Кемдәрҙеңдер балалары булышыр. Ә бит яңғыҙ инәй-бабайҙар ҙа бар бит әле. Уларға кем ярҙам итер? Мәсьәләнең мөһимлеген аңлап, ҡала хакимиәте ярҙам ойошторорға ҡарар итте. Хәҙер волонтерҙар өлкән йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға приставканы урынлаштырырға ярҙам итәсәк. Ҡала хакимиәтендә улар махсус уҡыу үтте.

- Бөгөн залға өлкәндәргә үҙ теләге менән бушлай ярҙам итергә ризалашҡан ирекмәндәр йыйылған. Улар - уҡыу йорттары студенттары. Йәштәрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн беҙ спортсыларҙы ла йәлеп итергә булдыҡ. Төрлө кеше бар бит, яҡшылары ла, агрессивтары ла осрай. Өлкән ағайҙар волонтерҙарҙы оҙатып йө-рөйәсәк, - тип аңлатып үтте мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Юлия Будаева.

Ирекмәндәргә бөтә эш барышы күрһәтелде, нес-кәлектәре аңлатылды. Уларға шулай уҡ цифрға» күсеү кабель, интернет-телевидение, IP-ТВ менән файҙаланғандар-ға ҡағылмауын төшөндөрөү бурысы ла йөкмәтелгән. Юғиһә, күптәр быны телевизор бөтөнләй күрһәтмәйәсәк, тип аңлай. Айырма бары шунда, һанлы телевидение тамашасы-ларына абонент түләүе генә юҡ.

Өйҙәр буйлап йөрөгәндә, ирекмәндәрҙең исем-шәрифе яҙылған бейджигы, шәхесте раҫлаусы документтың булыуы шарт. Улар бары приставканы телевизорға тоташтырырға һәм өйҙәге цифрлы антеннаны көйләргә тейеш. Ә приставка һатып алыу, диагностика һәм ремонтлау, спутник тәрилкәләрен ҡуйыу уларҙың бурыстарына инмәй.

Ҡала хакимиәтенең техник хеҙмәтләндереү үҙәгенең төп белгесе Андрей Иванов оло йәштәге инәйгә ярҙам итеп ҡайтыуын һөйләне.

- Мин килгәндә приставка алынғайны. Әллә ни ауырлыҡ-тар тыуманы. Ярты сәғәт тирә-һе ваҡыт сарыф ителде. Инәй рәхмәттәр уҡып, бик ҡәнәғәт булып ҡалды, - ти белгес.


Читайте нас: