- Эльвира, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә һеҙҙең эштәрегеҙҙе ҡараһаң, нимә менән генә шөғөлләнмәйһегеҙ. Ысынында һеҙ кем: рәссаммы, дизайнермы, әллә һөнәрегеҙ башҡа төрлө аталамы?
- Мин - стеналарҙы биҙәкләү буйынса рәссам. Ул хәҙер төп эшем. Элек офиста эшләгән ваҡытта өҫтәмә шөғөлөм булып торҙо. Заказдар күбәйеп, уларҙы башҡарырға ваҡыт етмәй башлағас, ике йыл элек төп эшемдән китеп, үҙемде күңелем тартҡан шөғөлгә бағышларға, ысынлап уға ныҡлап тотонорға ҡарар иттем, - ти Эльвира. - Әлеге ваҡыттағы хеҙмәтем бик оҡшай һәм уның һөҙөмтәһенән ҙур ҡәнәғәтлек алам.
Һүрәт төшөрөү һәләте ҡайҙан килә һуң унда был һылыуҙа? - Мин үҙемде белә-белгәндән һүрәт төшөрәм төҫлө. Хатта балалар баҡсаһында бөтәһе лә тышҡа уйнарға сыҡҡанда, мин рәсем төшөрөү өсөн төркөмдә тороп ҡала инем. Һүрәттәремде конкурстарға ҡуя торғайнылар, - ти иҫкә ала Эльвира. - Ата-әсәйем һәләтемде һиҙеп, мине 5-се класта сәнғәт мәктәбенә бирҙе. Дүрт йыл уҡығас, нишләптер был минең өсөн түгел, тигән һығымтаға килдем дә, ул йүнәлеш буйынса китмәйенсә, уҡыуымды педагогия колледжында дауам иттем. Уҡытыусы һөнәрен алып, мәктәптә эшләй башланым, һүрәт төшөрөүҙе бөтөнләй ташланым.
Ваҡыт үтеү менән уның бала саҡтан күңеленә һалынған сәнғәткә һөйөү орлоғо яңынан шытып сыға. Улы йөрөгән балалар баҡсаһында ата-әсәләр араһынан кемдәр яҡшы итеп рәсем төшөрә белә, уларҙан төркөмдәге стеналарҙы биҙәкләүҙә ярҙам итеүҙе һорайҙар. Эльвира был эште үҙ өҫтөнә ала. Уның тәүге хеҙмәте бик уңышлы килеп сыға. Балалар баҡсаһының мөдире үҙенә саҡырып алып, ярты ставкаға рәссам булырға тәҡдим итә. Шулай итеп, Эльвира бөтә учреждениены төрлө һүрәттәр менән биҙәкләп сыға. 41-се балалар баҡсаһындағы һүрәттәрем әлегә тиклем һаҡланған һәм улар бина эсен матурлап тора, ти ул.
Шунан инде фатирҙарҙағы, кафеларҙағы стеналарға һүрәт төшөрөү буйынса заказдар килә башлай оҫтаға. Күрәһең, кешеләр уның эшен күреп, башҡаларға һөйләп, үҙҙәрендә лә матур һүрәттәр күреү теләген белдерә. Ә инде “Бәйләнештә” селтәренә үҙенең эштәрен һала башлағас, клиенттар тағы ла арта. Тәүҙә уларҙы Эльвира эшенән һуң, йәки ял көндәрендә генә башҡарғанға күрә, заказдарҙы тапшырыу оҙаҡҡа һуҙыла. Ә хәҙер инде ошо шөғөлгә бөтөнләй күскәс, һәләтле ҡыҙ заказдарҙы бер аҙнала атҡарып сыға.
- Фатирҙағы стеналарға һүрәтте төшөрөүгә өйрәнеп бөтәһең, әммә күңел ниндәйҙер яңылыҡҡа ынтыла. Миндә ҙур масштаблы эш башҡарыу, берәй йорттоң фасадын биҙәү хыялы барлыҡҡа килде. Май айында ошо теләгем тормошҡа ашһын ине, тип юраным һәм бына ул ғәмәлгә ашты, - ти сәнғәткә ғашиҡ һылыу.
Эльвира, ысынлап та, еңел булмаған эштәрҙең береһен атҡарып сыҡҡан яңыраҡ. Бочкарев урамындағы 10а йор-тоноң фасадына матур һүрәт төшөргән. Ул сағыулығы һәм ҙур күләмле булыуы менән хайран ҡалдыра. Был эште, әлбиттә, бер үҙе башҡармаған, уға Екатерина Волкова ярҙам иткән. Иң мөһиме, уларҙың хеҙмәтенән халыҡ бик ҡәнәғәт. “Бергәләп тәбиғәтте һайлайыҡ” тип яҙылған һүрәттә ағас ултыртыусы әсә менән бала һынландырылған. Был күләмле һүрәтте төшө-рөүҙең үҙ техникаһы бар, ул квадраттарға бүленеп эшләнә, ти рәссам. “Хәҙер инде был масштаблы эштең бик ҡатмарлы ла түгел икәненә ышандым, тик бейеклектән, бигерәк тә ел иҫкәндә, ҡурҡыу тойғоһо ғына әҙерәк ҡамасауланы”, - ти үҙ-үҙенә тәнҡит күҙлегенән ҡараған ҡыҙ.
Йорт фасадына һүрәт төшөрөү Эльвираның тәүге эше булһа, фатирҙарҙағы, кафе-ларҙағы биҙәкләү эштәренең һаны-иҫәбе юҡ. Ә һүрәттәрҙең темаларына килгәндә, улар төрлө. Башлыса, заказсыларҙың теләген, идеяларын һүрәттә сағылдыра. Кәрәккәндә үҙе лә тәҡдим итә. Кешеләр бит хәҙер фатирҙарында ябай обойҙарға ҡарағанда, шәхсән уларҙа ғына булған һүрәттәрҙе күрергә теләй, ти Эльвира.
Һүрәт төшөрөү оҫтаһы ғәҙәттә эш көнө режимында эшләргә тырыша, әммә ҡайһы ваҡытта мауығып китеп, тиҙерәк хеҙмәтте башҡарып бөтөргә тырышҡан, һуңға тиклем ҡалған саҡтары ла була. Ошо ваҡытта ул тормош иптәше һәм улы яғынан һәр саҡ аңлау таба. Шул уҡ ваҡытта Эльвира Хәлимованың бер хеҙмәт менән генә сикләнеп ҡалмай, башҡа шөғөлдәргә лә ынтылыуы таң ҡалдыра. Ул оҫталыҡ дәрестәре алып барырға хыяллана. Унда теләгән һәр кемде һүрәт төшөрөү төрҙәре, нескәлектәре менән таныштырырға ниәт итә. Эльвира үҙешмәкәр рәссам ғына түгел, ул Магнитогорск ҡалаһындағы университеттың художество-график факультетында халыҡ кәсептәре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте һөнәре буйынса уҡып сыҡҡан.
- Минең хыялдарым бик күп. Ҡаланы тулыһынса сағыу төҫтәр менән биҙәкләп бөтөр инем. Бигерәк тә ҙур һәм асыҡ урындарҙағы йорттарҙы матурлау теләге бар. Сит ерҙәрҙән килеп, беҙҙең ҡалала фотоға төшһөндәр, - ти матурлыҡҡа ғашиҡ ҡыҙ.
Эльвира бейергә лә бик ярата. Был сәнғәт төрөнә ынтылыш яңыраҡ барлыҡҡа килгән. Бейеү һәм йога мине илһамландыра, дәртләндерә, көс бирә, ти һылыу. Бынан тыш, ул экслюзив брошкалар эшләү менән мауыға.
Тормошто төрлө биҙәктәрҙә күреүсе, бөтә күңеле менән матурлыҡҡа, изгелеккә ынтылған ҡыҙҙы күреп, һоҡланыу тойғоһо ҡалды миндә. Арабыҙҙа ошондай тирә-яҡҡа тик ыңғай хис-тойғолар бүләк итеүсе кешеләр күберәк булһын ине.