газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
9 Август 2019, 11:56

«Йәшлек» йәштәрҙе хәстәрләй

Күптәр хәҙер башҡаларға бил бөгөп йөрөгәнсе тип, үҙ эшен асырға тырыша. Айырыуса дәртле, ҡыҙыҡлы идеяларға бай йәштәр эшҡыуарлыҡҡа күп килә.

Әммә уларҙың күптәре эште нимәнән башларға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклекте бик белеп бөтмәй, алдарында аңлашылмаған һорауҙар килеп тыуа. Бына ошондай саҡтарҙа респбуликала уларға ярҙам итерҙәй, кәңәш бирерҙәй ойошмаларҙың барлыҡҡа килеүе ҡыуаныслы хәл. Күптән түгел беҙҙең ҡалала ла «Йәшлек» йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү йәштәр проектының офисы тантаналы шарттарҙа асылды. Сарала «Башҡортостан эшҡыуарҙарының һөнәри берләшмәләр Союзы»нан, ҡала хакимиәтенән вәкилдәр бар ине.

- Беҙ бөгөн талантлы, дәртле йәштәрҙе күрәбеҙ. Улар алдында яуаплы бурыстар ҡуйылған. Ҡала сәскә атһын, үҫешһен өсөн йәштәрҙе ылыҡтырырға тейешбеҙ. Был егеттәрҙең иң мөһиме ҡаланы алға сығарырға, танылыу яулатырға, тигән теләге бар. Ярҙам итергә әҙербеҙ, кәңәшләшеп хеҙмәттәшлек итеребеҙгә ышанам, - тине ҡала хакимиәтенең финанстар идаралығы начальнигы Урал Мәғизов.

Фондҡа киләсәккә ҙур маҡсаттар менән янған Әҡсән Йосопов етәкселек итә.

- Үҙ эшен асырға йыйынған йәштәрҙе ниндәй проблемалар, ҡаршылыҡтар көтөүен яҡшы беләм. Миңә лә ҡасандыр ошо юл аша үтергә тура килде. Шуға ла беҙ Салауатта үҙебеҙҙең офисты асырға ҡарар иттек тә инде. Ниндәй гранттар алырға була, нисек бизнес-план төҙөргә - бөтә өлкәлә лә юл күрһәтәсәкбеҙ. Йәштәр килһендәр, күрһендәр, мөрәжәғәт итһендәр. Шуны ла билдәләп үткем килә, беҙ эшҡыуарҙар менән генә түгел, ә ғөмүмән, төрлө йүнәлештәр буйынса эшләйбеҙ. Ҡаланы спорт үҙәгенә әйләндереү маҡсаты ла ҡуйылған. Боронғо башҡорт халыҡ уйындарын да индереп, Олимпия уйындарына оҡшаш дөйөм бер фестиваль уҙғарырға ниәт итәбеҙ. Шул рәүешле төбәгебеҙҙе таныттырыр инек. Тағы бер изге хыял - Башҡортостан менән бәйле спорт кейеме брендын булдырыу, - ти етәксе.

«Йәшлек» фонды ҡарамағында эшләп килгән «Берсерк» спортты үҫтереү ойошмаһы ҡалалағы бик күптәр менән хеҙмәттәшлек итә. Шуларҙың береһе - ҡаланың бокс федерацияһы.

- Был ойошмаға бик талантлы йәштәр йыйылған. Улар сәләмәт тормош рәүешен пропагандалап, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтыра, йәштәрҙе ҙурыраҡ кимәлгә сығарыу өсөн тырышлыҡ һала. Башланғыстарына һәр ваҡыт булышлыҡ итергә әҙербеҙ. Эштәрен ошо юҫыҡта артабан да дауам итһендәр ине, - тип федерация етәксеһе Фидан Үтәғолов.

Кемдәр идеялар менән яна, яңы эшкә тотоноусыларҙы ниндәйҙер бер һорауҙар борсой икән, ошо фондҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Офистары Ленин урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан.


Читайте нас: