газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
2 Август 2019, 15:56

Йәш геологтар көс һынашты

Күптән түгел ҡаланың балалар туризмы һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгенең «Бригантина» һауыҡтырыу лагеры «Йәш геологтар» республика конкурсы ҡатнашыусыларын үҙендә ҡабул итте.

Ярыш ике аҙна буйына барҙы. Тәүге биш көндә белгестәр балалар өсөн теоретик һәм практик дәрестәр үткәрҙе, һуңынан олимпиаданың үҙе башланды.

- Республика олимпиадаһы быйыл 33-сө тапҡыр уҙғарылды. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан 200-ҙән ашыу йәш гелог йыйылды. Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән, Ҡаҙағстан-дан да ҡунаҡтар бар ине. Олимпиадала ҡатнашыусылар геологик маршруттар төҙөнө, минералогия, палеонтоло-гия фәндәре буйынса белемдәрен күрһәтте, хәүеф-һеҙлек ҡағиҙәләрен белеү буйынса һынауҙар үтте. Бынан тыш, үҙәктең экскурсо-водтары уларҙы Йомағужа һыуһаҡлағысы, «Башҡортос-тан» милли паркының экологик һуҡмағы кеүек объекттары менән таныштырҙы, Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап һыуҙа сәйәхәт иттеләр. Барыһының да күңеле булды, - тип һөйләй лагерь етәксеһе Ольга Әминева.

Ике аҙна буйына барған конкурстың еңеүселәре лә билдәле булды. 1-се урында Октябрьский ҡалаһы, икенсе урынға Өфө сыҡты, өсөнсө урын сибайҙарға эләкте. Беҙҙең ҡала командаһына тәүге өс урынға инергә аҙ ғына балл етмәне, улар дүртенсе урында. Әммә ярыштарҙың һәр төрөндә тиерлек алдынғы булдылар.

Сараның яҡшы ойошторо-лоуын ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа билдәләне.

Всеволод Арестов, Мәскәү ҡалаһының геология клубы етәксеһе:

- Шәп олимпиада, иҫ кит-кес тәбиғәтле Башҡортостан! Күңелдәргә тулған тойғо-ларҙы аңлатып бөтөрлөк түгел. Беҙ республикаға тәүгә килмәйбеҙ һәм йыл һайын Башҡортостанға юлланыу теләге бер ҙә ташламай. Ул беҙҙе әйҙәп, саҡырып торғандай, - тине.

Олимпиада ундағы ҡатна-шыусыларҙы берләштерҙе, дуҫлаштырҙы. Байрамды ябыу тантанаһында барыһы ла бер-береһе менән хушлашып, киләсәктә лә бәйләнеште өҙмәҫкә, яҙышып-күрешеп торорға вәғәҙә итте. Улар инде хәҙер түҙемһеҙлек менән киләһе йыл уҙғарыласаҡ 34-се геологик слетты көтә.


Читайте нас: