газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
1 Июль 2019, 11:01

Күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ

Йәй - күптәр өсөн ял мәле. Берәүҙәр диңгеҙ гиҙһә, икенселәр үҙебеҙҙә лә бынамын тигән ял итеп була, тип иҫәпләй. Ә кемдәрҙәлер бөтөнләй ял ҡайғыһы юҡ, нисек эшләгәндәр, шулай дауам итәләр. Шулай ҙа, оҙайлы хеҙмәт көнөнән һуң бөтә донъяны оноторлоҡ итеп ял итеү хыялы бер кемде лә ташламай.

Ундайҙар өсөн ҡыуаныслы хәбәр еткерергә ашығабыҙ. Аҙна һайын шишәмбе һәм кесе йома мәҙәниәт һәм ял паркында үҙәк сәхнәлә киске сәғәт биштән етегә тиклем «Турғай дискотекаһы» үҙенә саҡыра. Программа ике өлөштән тора. Тәүге сәғәте өс йәштән өлкәнерәк балалар өсөн иҫәпләнгән. Улар өсөн күңелле айырым музыка, хәрәкәтсән уйындар ҡаралған. Ә алтынан һуң һигеҙ йәштән өлкәнерәктәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен бейеүҙәр көтә. Спорттың бөтә элементтарын үҙ эсенә алған был төр бейеүҙәрҙән һуң күңелегеҙгә - сихәт, тәнегеҙгә сәләмәтлек алырһығыҙ. Арыуҙарығыҙ ҡул менән һыпырып алғандай булыр. Балалар ҙа көн оҙонона компьютер артында ултырып йонсой. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул, үҙегеҙ килегеҙ ҙә күрегеҙ. Үкенмәҫһегеҙ.


Читайте нас: