газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
7 Июнь 2019, 11:40

Ҡарға әйтә: «Ҡар, ҡар, Ҡарғатуйға бар, бар!»

Йәй башланғандың икенсе көнөнә ҡаланың «Аҡбуҙат» ойошмаһы ата-әсәләр комитеты менән берлектә Юлдаш ауылы янындағы матур яланда Балаларҙы яҡлау көнөнә бағышлап «Ҡарға бутҡаһы» байрамын ойошторҙо.

Ҡояш нурҙарын йәлләмәй һибә, бер ел әҫәре юҡ. Сарала теләге булған һәр кем ҡатнаша ала ине. Ата-әсәләр комитетындағы өлкәндәрҙең балалары, 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары, 53-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, Мәләүез районының Юлдаш, Һабаш, Нурдәүләт ауылы балалары бигерәк әүҙем булып сыҡты. Ата-әсәләре менән бергәләп ялан тултырып килгәндәр. Ойоштороусылар балалар өсөн матур программа әҙерләгәйне. Йыйылыусылар ҡыҙыҡлы уйындарҙан, йыр-бейеүҙән, ә иң мөһиме, ҡарға бутҡаһынан ҡәнәғәт ҡалды.

- Байрамды милли йолаларыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөү həм hаҡсыл мөнəсəбəт тəрбиəлəү маҡсатында уҙғарабыҙ. Унан килеп, кисә Балаларҙы яҡлау көнө булды. Ял көндәрен йәлләмәй, үҙҙәренә лә, башҡаларға ла тәбиғәт ҡосағында ял итеп ҡайтырға мөмкинлек биргән ата-әсәләр комитетына, үҙебеҙҙең ойошма ағзаларына, Юлдаш ауылы мәктәбе уҡытыусыларына, уҡыусы-ларына, бутҡа бешергәндәрҙең, уйын үткәргәндәрҙең, бүләк әҙерлә-гәндәрҙең һәм ошо байрамда ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә ҙур рәхмәт. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр. Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, - ти «Аҡбуҙат» ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев.

Һорашып белешеүҙәр байрамдың барыһына ла оҡшауын иҫбат итте.

Гөлмира Рәхимова, ата-әсәләр комитеты ағзаһы:

- Беҙ ғаиләбеҙ менән икенсе йыл ошо байрамда ҡатнашабыҙ. Улдарым Зөлфәт менән Әхмәткә, ҡыҙым Азалияға сара шул тиклем күңелдәренә хуш килде. Тәүҙә төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа ҡатнаштылар, аҙаҡ тәмле бутҡа менән һыйланып, самауыр сәйе эстек. Ойоштороусыларға афарин, тип әйтергә ҡала.

Әлфиә Әбүбәкерова, 55-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, ата-әсәләр комитеты ағзаһы:

- Улдарыма бигерәк тә уҡтан атыу оҡшаны. Булат улым мәктәп лагерында ла ошо уйындарҙы өйрәтәсәкмен, бергәләп уйнарбыҙ, шәп бит, тип ҡыуандырҙы. Ә дүрт йәшлек кесе улым иһә ошондай байрамға тағы ҡасан барабыҙ тип, ҡат-ҡат һораны. Балалар шулай ти икән, тимәк, йәш быуын боронғо милли йолаларға ҡарата битараф түгел, ҡыҙыҡһыналар, хатта башҡаларға ла еткерергә дәрттәре бар.

Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа тәмле бутҡанан ауыҙ итеп, ҡалғанын таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сығып, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек һорап изге теләктәр әйтеп өйҙәренә таралышты.


Читайте нас: