газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
31 Май 2019, 10:42

Велосипедҡа атланып, ҡағиҙәләрҙе үтәп

Салауатта “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. 46-сы тапҡыр ойошторолған сарала Башҡортостандың барлыҡ төбәктәренән 250-нән ашыу бала ҡатнашты. Конкурсты ябыу тантанаһы ҡалабыҙҙың “Спутник” балалар һауыҡтырыу үҙәгендә булды һәм йәш юл инспекторҙарын ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов ҡотланы.

Слет-фестиваль йыл һайын мәктәп уҡыусыларының йәйге каникулдары алдынан ойошторола. Статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тап ошо ваҡытта балалар ҡатнашлығында күңелһеҙ осраҡтар арта. Йыл башынан ғына республика юлдарында дүрт баланың ғүмере өҙөлгән. Шуға ла “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика конкурсы йәш быуындың юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Командалар өс көн дауамында төрлө номинацияларҙа көрәш алып барҙы. Уҡыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен тикшереү менән бер рәттән, тәүге ярҙам күрһәтеү һәм велосипедта оҫта йөрөүҙә лә оҫталыҡтарын күрһәтте. Сараның иң ҡыҙыҡлы ижади конкурсына ла балалар етди әҙерләнгән. Был этап бәйгене берҙәмлек һәм дуҫлыҡ байрамына әйләндерҙе.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Ишембай районы командаһы яуланы. Улар йәй башында Ҡазанда үтәсәк Бөтә Рәсәй слет-фестивалендә Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһаясаҡ. Салауат ҡалаһы командаһы иһә был һынауҙа икенсе урынға сыҡты.
Читайте нас: