Был белем усағында быйыл 11-се класты 30 уҡыусы тамамлай. Шуларҙың 6-ауһы тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Уларҙың бер нисәһе менән аралашып, мәктәптәре менән хушлашыу алдынан ниндәй тәьҫораттар кисереүен, киләсәккә ниндәй пландар ҡороуын белештек.
- Киләсәктә юғары техник белем алып сығырға уйлайым. Сөнки хәҙер бар ерҙә компьютер, интернет технологиялары белгестәре талап ителә. Ҡулыма диплом алып, тыуған ҡалама эшкә ҡайтырға ла теләк бар. Уҡытыусыларыма миңә төплө белем биргәндәре, туған телебеҙгә, халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләгәндәре, ата-әсәйемә һөйөүҙәре өсөн ҙур рәхмәтлемен.
- Быға тиклем тик яҡшы билдәләргә генә уҡып килдем. Яҡшы уҡыуҙан тыш, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә, активист булырға ла тырыштым. Шуға ла музыка мәктәбенең гитара класын тамамланым. Мин дә техник белем алыу өсөн юғары уҡый йортона уҡырға инергә ине. Ата-әсәйем һайлаған һөнәремде хуплай, ярҙам итә.
- Миңә гимназияла тик яҡшы билдәләргә генә уҡыу әллә ни ауырлыҡтар тыуҙырманы. Әгәр баштан уҡ тырышлығыңды күрһәтәһең икән, уҡытыусылар һиңә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Алдымда - программалы инженерия һөнәрен үҙләштереү маҡсаты. Юғары белем алып ҙур ҡалала эшләргә хыялланам. Гимназиямды һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡмын, уҡытыусыларымдың, ата-әсәйемдең йөҙҙәренә тап төшөрмәйәсәкмен.
- Мин үткән йылда «Һылыуҡай» бәйгеһендә 1-се урынға сыҡтым. Музыка мәкәбенең башҡорт фольклоры, вокал класында уҡыным. Киләсәктә лә халҡыма хеҙмәт иткем, төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡым килә. БДМУ-ға уҡырға ине иҫәбем. Һуңғы ҡыңғырауҙы мин тулҡынланыу менән ҡаршы алам, дуҫтарым, класташтарым, уҡытыусыларым менән айырылышыуҙан күңелде һағыш баҫа.
Уҡыусыларҙың класс етәксеһе, инглиз теле уҡытыусыһы Ләйсән Зәйнетдинова менән дә һөйләшеп киттем.
- Ҡыҙ һәм егеттәребеҙ өсөн гим-назияла үткән йылдар артта ҡала. Уҡыусыларым менән һоҡланам, алда ҙур имтихандар көтә, унда улар һынатмаҫ тип уйлайым. Ун берҙәргә тура, һикәлтәһеҙ юлдар, бөтә башланғыстарында ла уңыштар теләйем, - тине Ләйсән Ринат ҡыҙы.