газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
24 Май 2019, 11:11

«Абилимпикс» - мөмкинлектәр чемпионаты

Башҡортостанда инвалидтар һәм һаулыҡтарында кәмселектәре булған кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса “Абилимпикс - 2019” милли чемпионаттың V Төбәк этабы үтте.

Чемпионатта 29 йүнәлеш буйынса 300 инвалид ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм белгестәр Өфө, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының һигеҙ һөнәри белем биреү учреждение-лары майҙансыҡтарында көс һынашты. Эшлекле программа сиктәрендә “түңәрәк өҫ-тәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре, презентациялар, күргәҙмәләр, вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо.

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында инвалид һәм һаулыҡтары сикләнгән ке-шеләрҙең инклюзия, социаль адаптация, һөнәри йүнәлеш һорауҙары буйынса фәнни-ғәмәли кәңәшмә үтте. Шулай уҡ икенсе йыл рәттән Салауатта мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “Беби-Абилимпикс” оҫталыҡ дәрестәре ойошто-ролдо. Конкурста ҡатнашыу-сылар флористика, дизайн, лаборатория, рәсем төшөрөү, персонаждар дизайны, робототехникала үҙ һәләттәрен күрһәтте.

Сарала Салауат белем биреү һәм һөнәри техно-логиялар, индустриаль кол-ледж, коррекцион мәктәп, балаларҙың техник ижад үҙәге, 1-се лицей уҡыусылары алдынғы урындарға өлгәште. Өфөлә чемпионатты ябыу тантанаһында еңеүселәргә дипломдар, миҙалдар, иҫтә-лекле бүләктәр тапшырылды.

Беҙҙең призерҙарыбыҙ быйыл ноябрҙә үтәсәк “Абилим-пикс” милли чемпионатында Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, былтыр “Абилим-пикс - 2018” чемпионатында Башҡортостан командаһы икенсе урын алғайны.


Читайте нас: