Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
12 Апрель 2019, 15:19

Таланттар еңеү яулай

Ошо көндәрҙә Өфөлә «Ҡурай», «Думбыра, ҡыл-ҡубыҙ» башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнаусы балаларҙың «Йәш таланттар - 2019» Бөтә Рәсәй АРТ-проекты үтте. Төбәк этабында беҙҙең ҡаланан Айрат Темиров, Ролан Кәримов, Суфия Нурлыева призлы урындарға лайыҡ булды.

Артабан улар баш ҡалала Салауатты яҡлап сығыш яһарға тейеш була. Жюриға 44 ҡатнашыусынан иң-иңдәрен һайлап алыу еңел бирелмәй. Башҡортостандың халыҡ артисы А.Айытҡолов, С.Әбхәлимов, Э.Мөхәмәт-диновтан торған мәртәбәле жюри Салауат конкурсант-тарын юғары баһалай. Айрат Темиров - беренсе, Ролан Кәримов һәм Суфия Нурлыева икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ була. Вәсил Темиров, башҡорт халҡының киләсәге - ышаныслы үҫеп килгән быуын ҡулдарында тип иҫәпләй. Ул тәрбиәләнеүселәре менән ғорурлана. Был ҡурайҙы ярат-ҡан уҡытыусыларҙың һәм балаларҙың берҙәм хеҙмәте, ти йәш ҡурайсыларҙың уҡытыусыһы.


Читайте нас: