газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
12 Апрель 2019, 14:59

Диана матур булыу серҙәрен белә

Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен бөхтә итеп күргеһе килә, көн оҙоно матур һәм идеаль булып күренһен өсөн битенә макияж һөртә. Әлбиттә, ҡайһы берҙәренә сәстәрен тарап, ирендәренә буяу һөртөү ҙә етә. Шулай ҙа үҙҙәрен тулыһынса рәткә килтермәйенсә көҙгө алдынан китмәүселәр ҙә бар бит әле. Улар ҡаштарын, ирендәрен, күҙҙәрен буяуға әллә күпме ваҡыт бүлә. Ваҡытты экономиялау өсөн пермаментлы макияж ысулы барлыҡҡа килде. Пермаментлы макияж - төҫлө буяуҙар ярҙамында ҡашты, иренде, күҙҙе сағыу итеп күрһәтеү өсөн ҡулланылған косметик процедура. Ул оҙаҡҡа етә.

Диана Сөләймәнова ана шул пермаментлы макияж оҫтаһы. Күп кенә таныштарым уға татуажға йөрөй. Уның башҡарған эшенә һоҡланыусылар күп.

- Өйҙә тик кенә ултыра алмайым, балаларыма төрлө әйберҙәр бәйләйем, кейемдәрен дә үҙем тегәм. Тәүҙә косметик процедураларға йөрөнөм, ҡыҙыҡһыныуым артты, аҙаҡ үҙем дә уҡып сығырға ҡарар иттем. Өйрәнеп, сертификат алырға 30 мең һум тирәһе аҡса китте. Клиенттарҙы башта өйҙә ҡабул иттем. Аҙаҡ матурлыҡ салонында эшләй башланым. Интернет селтәрендә төркөм булдырып, эштәремде фотоға төшөрөп шунда һалдым. Кеше бер-береһенән күреп, миңә килеүсе гүзәл заттар ҙа артты. Эшем еңел түгел, көн оҙоно клиенттарҙы ҡабул итергә тура килә. Шулай ҙа табышлы был хеҙмәт. Айына 70 мең һум тирәһе килем алам, - тип йылмая һылыуҡай.

Диана Сөләймәнова макияж оҫтаһы булырмын тип бәлки уйламағандыр ҙа. Сөнки ул иҡтисадсыға уҡып сыҡҡан. Тик был һөнәр буйынса уға эшләргә тура килмәй. Диана Илдар ҡыҙы ҡаланың заправкалау станцияһында хеҙмәт юлын башлай. Әле бала ҡарау буйынса ялда. Әлбиттә, матурлыҡ салондары, пермаментлы макияж эшләү-селәр ҡалала аҙым һайын тиерлек. Шулай ҙа оҫта Дианаға бер килгән кеше тағы ла уға яҙыла, таныштарына ла уны тәҡдим итә. Алтын ҡуллы белгес киләсәктә үҙ эшен тағы ла киңәйтеү, үҫтереү маҡсаты менән йәшәй.

- Диана үҙ юлыңды, эшеңде табыу өсөн нимәләр кәрәк?

- Һәр нәмәне әсәй фатихаһы менән башлайым. Изге кешемдең доғаһы ярҙамында юлым уңа, эшем бойомға аша. Заманаһы шундай, ниндәй генә йүнәлеш һайлама, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо булырға тейеш. Шул саҡта ғына эшең уң булыр.

Йәштәр - беҙҙең киләсәк, тип күп һөйләйбеҙ, тик улар бөгөнгөбөҙ икәнлеген онотабыҙ. Эш урындары юҡлығы, хеҙмәт хаҡының түбән булыуы арҡаһында йәштәр тормошта үҙ урынын таба алмай. Шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙ шөғөлөн булдырған, эшен асып килем алған йәштәребеҙ ғорурлыҡ уята миндә.


Читайте нас: