газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
29 Март 2019, 11:17

Һыраһыҙ ҙа тормош бар!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр, айырыуса үҫмерҙәр араһында ҡулға һыра тотоп, тәмәке көйрәтһәң, башҡаларҙан бер башҡа өҫтөнөрәк булаһың, тигән хата фекер йәшәй. Күптәр өсөн һыра - тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө, модалы “зарарһыҙ” эсемлек, һыуһын ҡандырыу сараһы. Ваҡыт үтеү менән кеше һыраһыҙ бер көнөн дә күҙ алдына килтерә алмай башлай.

«Йәштәш» клубының ирекмәндәре йыш ҡына сәләмәт тормош рәүешен пропагандалап төрлө саралар уҙғара. Уҙған аҙна «Ҡала көсө» ирекмәндәре «Һыраһыҙ ҙа тормош бар!» тигән акция сиктәрендә халыҡтан һорау алыу ойошторҙо.

- Беҙҙең йәштәр бик әүҙем. Көнүҙәк темаларҙы күтәреп, халыҡтың фекерен беләләр. Бына әле һыраға ҡарата кешенең мөнәсәбәтен асыҡланылар. Һыра башҡа эсемлектәргә ҡарағанда ла күпкә мәкерлерәк, кешеләрҙең “көсһөҙ” тип алданыуы менән ҡурҡынысыраҡ, - тип һөйләй «Ҡала көсө» ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Илүзә Дәүләтбәкова.

Йәмғеһе 14 йәштән 35 йәшкәсә 31 ҡатын-ҡыҙ һәм 23 ир-егет менән әңгәмә ҡоролған. Уларға, һеҙ һыра эсәһегеҙме, ата-әсәйегеҙ һыра һатып алырға рөхсәт итәме, һыра һәм башҡа спиртлы эсемлектәрҙе эсеүҙе сикләргә кәрәк, тип иҫәпләйһегеҙме кеүегерәк һорауҙар бирелгән. Шуныһы күңелгә йылы өҫтәй, респонденттарҙың күпселеге һыраның зарарлы эсемлек булыуын, уның һиҙҙермәй генә һаҙлыҡҡа тартыуын таныған. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, ирекмәндәр һыраның зарары тураһында иҫкәрмәләр әҙерләп, уны шулай ҡала урамдарында халыҡҡа таратасаҡ.


Читайте нас: