газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
29 Март 2019, 11:20

Һөнәр һайлау алдында торғанда

9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн яуаплы осор. Беренсенән, имтихандар тапшырыу өсөн ныҡлы әҙерлек барһа, икенсенән, буласаҡ һөнәреңде лә һайлау кәрәк. Кемдер күптән инде ниндәй уҡыу йортона инәсәген һәм ниндәй йүнәлеш буйынса белем аласағын билдәләп ҡуйған, ә кемдер һаман уйлана, эҙләнә.

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ҡа-лабыҙҙың мәғариф идара-лығы һәм уҡытыу-методика үҙәге менән берлектә Салауат-тың 9-11 класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн һөнәри йүнәлеш биреү маҡса-тында осрашыу ойошторҙо. Балалар ижады һарайының фойеһында юғары уҡыу йортоноң һәр факультеты һәм ошо уҡ филиалға ҡараған колледж үҙенең күргәҙмәһен әҙерләгәйне. Йәштәргә уҡыу йорто тураһында бөтә мәғлүмәттәр тупланған әсбаптар таратылды.

- БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы Өфөнән ҡала иң эре, тәжрибәле вуздарҙың береһе. Киләһе йылда уға 80 йыл була. Беҙҙә һөнәр һайлау мөмкинлеге ҙур. Уҡыу йортона һеҙ үҙегеҙҙең ҡаланан йөрөп тә, уның дөйөм ятағында йә-шәп тә уҡый алаһығыҙ. Белем алыуҙан тыш, спорт, ижад һәләттәрегеҙҙе үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырылған, - тине Салауат уҡыусыларын сәләмләп филиалдың директо-ры урынбаҫары Игорь Сыров.

Стәрлетамаҡ вузын та-мамлап, бөгөн ҡалабыҙҙың “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең Мәғлүмәт техно-логиялары һәм элемтә идара-лығы белгесе булып эшләп йөрөгән Иван Чеботарев Стәрлетамаҡ филиалында төплө белем бирелеүе хаҡында әйтте. Ул йәштәрҙе заманса, хеҙмәт баҙарында талап ителгән һәм киләсәктә үҫеш аласаҡ һөнәрҙәрҙе һайларға саҡырҙы.

Артабан осрашыуҙа юғары уҡыу йортоноң белгес-тәре сығыш яһаны. Улар Стәрлетамаҡ филиалына инеү ҡағиҙәләре, уҡыу шарттары менән таныштырҙы. Филиалда математика һәм мәғлүмәт технологиялары, филология, тарих, педагогика һәм пси-хология, тәбиғәт фәндәре, юридик, иҡтисад йүнәлештәре буйынса көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп уҡыу мөмкин. Колледжы ла төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Был осрашыуҙан уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуап ала алды
Читайте нас: