Александра 2012 йылда тире-венерология диспансерында ойошторолған «Беҙ тормошто һайлайбыҙ» волонтерҙар хәрәкәтенә инә. Ойошманың етәксеһе Зөлфиә Садиҡова ярҙамы менән ҡыҙ был шөғөлгә тиҙ тартыла. Конкурстар, лекциялар, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, бер һүҙ менән әйткәндә, волонтерлыҡ Александраның тормошона ныҡлап үтеп инә.
Йәш ирекмән - Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты. Ул уҡыуҙан буш ваҡыттарын әүҙем үткәрергә тырыша: сәйәхәт итә, тәбиғәттә булырға ярата. Шулай уҡ социаль проекттар менән шөғөлләнә, китаптар уҡый. Уның әйтеүенсә, һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа белем алырға ынтыла.
- Минең девизым - Тирә-яҡ тормош яҡшырһын өсөн, көн дә әҙ булһа ла изгелек ҡыл, - ти Александра. - Бәләкәй генә ярҙамымдан кешеләрҙең йылмайыуҙарын күреп, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү - минең өсөн үҙе шатлыҡ. Волонтер булыу миңә бик оҡшай.
Александра былтыр үткән Ирекмәндәр йылында «Евразия» халыҡ-ара йәштәр форумында үҙ проектын уңышлы яҡлаған һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн йөҙ мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнгән. Грантты ул Ирекмәндәр мәктәбен асыуға йүнәлтергә уйлай.
- Волонтерҙар мәктәбе проекты ошо араларҙа старт аласаҡ. Бер нисә ай дауамында унда ҡатнашыусылар «Йәштәр араһында ВИЧ-инфекцияны профилактикалау һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау» программаһы буйынса белем туплаясаҡ. Уларҙы бай эстәлекле уҡыу программаһы көтә: лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, ҡала акцияларын һәм сараларын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашыу. Шулай уҡ проект сиктәрендә Ирекмәндәр мәктәбендә ҡатнашыусылар өсөн өс көнлөк күсмә форум үткәреләсәк, - ти Александра.
Әлбиттә, был хәрәкәттә ҡатнашыусыларға йәш сикләүе юҡ. Иң мөһиме - тик теләгең һәм йөрәгең изге булһын!