газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
7 Март 2019, 10:40

Ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр генә уңышҡа өлгәшә

Салауатҡа эш сәфәре менән Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Ул ҡалабыҙҙың индустриаль колледжында үткән «Дерзай!» йәштәр форумында ҡатнашты, ҡала халҡы менән осрашты.

Форумға төрлө уҡыу йорттарынан әүҙем, һәләтле студенттар һәм уҡыусылар йыйылды. Сараны ойоштороусылар - ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм «Йәшлек» йәштәрҙең һәлләттәрен үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды. Осрашыуҙа ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Динар Хәлилов, билдәле Салауат спортсылары Алмаз Нагаев һәм Егор Савельев та ҡатнашты. Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы Маргарита Ҡаҙаҡҡолова ҡунаҡтар һәм студенттар араһында асыҡ диалог ойошторҙо. Студенттар сығыш яһаусыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе.

Зариф Закир улы йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау өсөн йәмәғәтселек һәм дәүләт структураларының көсө менән үҙ-ара аралашыу мөхите тыуҙырыу хаҡында һөйләне. Уҡыу, хеҙмәт итеүҙән тыш, ғаилә ҡороу, буласаҡ әсәләргә күберәк бала табыу кәрәклеге тураһында әйтеп үтте. Динар Ғәли улы йәштәргә диплом алғандан һуң, мотлаҡ тыуған ҡалалабыҙға эшкә ҡайтыуҙарын теләне.

- Бер кемгә лә сер түгел, күп кенә белгестәребеҙ сит өлкәләргә эшкә сығып китә. Ә Салауатта тар белгестәр етмәй. Уларҙы йәлеп итеү өсөн ҙур эштәр алып барыласаҡ, - тине ул.

Ҡаянан үрмәләү буйынса Европа һәм ике тапҡыр донъя чемпионы Алмаз Нагаев уңышҡа өлгәшеүендә үҙенең маҡсаттарға ынтылыусанлыҡ сифатының булышлыҡ итеүен билдәләп үтте, йәштәрҙе лә ныҡышмал, тырыш булырға саҡырҙы. Ә пауэрлифтинг буйынса йәштәр араһында донъя рекордсмены һәм чемпионы Егор Савельев үткер, тәүәккәл булырға, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа әйҙәне. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе тормоштарындағы ҡыҙыҡлы хәлдәре менән уртаҡлашып, форумда ҡатнашыусыларға үҙ кәңәштәрен бирҙе.

Аҙаҡ студенттар тематик майҙансыҡтарға таралышты. Шуларҙың береһендә «Салауат» телекомпания хеҙмәткәрҙәре һөнәри эштәре менән таныштырҙы.


Читайте нас: