Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
1 Март 2019, 11:00

Тел яҙмышы - рухлылар ҡулында

1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итеүҙәре бик мәслихәт. Сөнки телгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү тап ғаиләнән башлана.

Ҡалалағы ошондай рухлы ғаиләләрҙең береһе Хасаевтарға юл тотам. Килеп кереү менән ете йәштәр тирәһендәге малай: «Һаумыһығыҙ! Минең исемем Арыҫлан. Миңә ете йәш. Әлегә балалар баҡсаһына йөрөйөм. Көҙгә башҡорт гимназияһына уҡырға барасаҡмын», - тип саф башҡортсалап хәбәрҙәрен теҙеп һалды. Был ғаиләлә туған телдә иркен аралашалар икән, тигән уй тыуҙы шунда уҡ. Ғаилә башлығы Заһир холоҡ төҙәтеү колонияһында, хәләле Көнһылыу 25-се башҡорт гимназияһында эшләй. Кескәй Азалияға өс кенә йәш. Йәштәрҙән башҡорт ғаиләһе төшөнсәһе тураһында һорашам.

- Тәү сиратта, ата-әсә балаларын үҙ телендә һөйләшеүгә өҫтөнлөк бирергә, башҡорт рухында тәрбиәләргә тейеш. Күптәр, айырыуса йәштәр, урамда йә булмаһа башҡа ерҙә башҡортса һөйләшеүҙән тартына. Оялырға кәрәкмәй, сөнки үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙә, республикабыҙҙа ҡурҡмай аралашырға кәрәк, телебеҙҙе юғалтыуға юл ҡуймайыҡ, - тип үҙ фекерен белдерә Заһир.

- Мин үҙем Баймаҡ районынан. Ҡалаға килгәндең тәүге мәлдәрендә ҡыйыныраҡ булды. Сөнки беҙҙә русса һөйләшеү сит күренеш. Әҙ генә руссалап һүҙ ҡыҫтырһаң, ата-әсәйҙәр әрләп ташлайҙар. Гимназияға эшкә кергәс кенә, күңелгә рәхәт, еңелерәк булып ҡалды. Телде уҡытыуҙы уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә генә япһарырға ярамай, дәүләт яғынан да ярҙам булырға тейеш. Әйтәйек, интернетта башҡортса мауыҡтырғыс уйындар булдырһалар, әкиәттәрҙе матур итеп тәржемә итһәләр, күптәр ҡыҙыһынып ҡарар, тыңлар ине. Әсбаптарҙы ла замансараҡ итергә ваҡыт. Башҡорт түңәрәктәре асылһа, шәп булыр ине, - тип һүҙгә ҡушыла Көнһылыу.

Хасаевтар иһә был йәһәттән балаларына бик талапсан. Телде өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирәләр.

- Ҡыҙыбыҙ тәүҙәрәк «мама, папа» тип әйтеп маташҡайны ла, беҙ әйләнеп ҡараманыҡ, ныҡ торҙоҡ. Хәҙер, ана, ҡалай матур тәтелдәй. Арыҫлан улыбыҙ бәләкәйҙән һөйләште. Икеһе лә 49-сы балалар баҡсаһына йөрөй. Ул башҡорт балалар баҡсаһы булмаһа ла, башҡортса саралар йыш уҙғарыла. Туған телдә шиғыр һөйләйҙәр, йырҙар өйрәнәләр. Әле яҡынлашып килгән байрамға улыбыҙ йыр әҙерләй. Арыҫлан Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайына вокалға йөрөй, башҡорт йырҙарын өйрәнә. «Любизар», «Егеттәр» кеүегерәк йырҙар менән бөтә Рәсәй конкурстарында ла ҡатнашырға өлгөрҙө, - ти йәштәр.

Хасаевтар шулай уҡ милләтебеҙҙе берҙәм, татыу булырға, заман менән бергә атларға саҡырҙы.Мәҫәлән, йәйҙең бер көнөндә бергә йыйылышып, Һабантуй ойошторорға, балаларға байрамдың тарихын һөйләргә, таныштырырға мөмкин, ти улар.


Читайте нас: