газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
9 Ғинуар 2019, 13:55

Һырғалаҡ сыныҡтыра, дуҫлаштыра

Ял көндәрен ғаиләң, йәки дуҫтарың менән һырғалаҡта үткәреү үҙе бер шатлыҡ. Иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр ҙә күберәк һәм сәләмәтлегең дә ныҡ була. Мин дә шәмбе көндө ғаиләм менән һырғалаҡҡа барырға булдым.

“Боҙсоҡ” һырғалағында халыҡ күп, дәртле музыка уйнай. Боҙҙоң сифаты яҡшы. Йылы сәй эсеү урыны ла ҡаралған. Үҙеңдең конькиҙарың булмаһа, прокатҡа алырға мөмкин.

Конькиға күптән баҫмағас, тәүҙә бер нимә лә килеп сыҡманы. Йөрөй-йөрөй шымара, тигәндәй, бер аҙҙан яйлап шыуыуға күстем. Эргә-тирәләге кешеләрҙе лә абайлай башланым. Ҡайһы берәүҙәре менән аралашып та алдым.

- Көн аша килергә тырышабыҙ. Өйгә эштәрҙе эшләйбеҙ ҙә, компьютер алдында ултырғансы, рәхәтләнеп конькиҙа шыуыу күпкә яҡшыраҡ, - ти Элина менән Софья.

Улар 17-се мәктәптә 5б класында уҡый. Икеһе лә уҡыу алдынғылары. Беренсе кластан уҡ бер партала ултыралар, түңәрәктәргә лә бергә йөрөйҙәр. Баҡтиһәң, ялдарын да бергә үткәрәләр.

Ә Арыҫланды апаһы етәкләп конькиҙа йөрөргә өйрәтә. Күренеп тора, малай конькиға беренсе тапҡыр баҫҡан. Ул Альмира апаһына Ергәндән ҡунаҡҡа килгән икән.

Ысынлап та, йөҙҙәре алһыуланған, шат балаларға ҡарап, ҡыуанырға ғына ҡала. Һырғалаҡ сыныҡтыра ла, дуҫлаштыра ла.


Читайте нас: