газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
14 Декабрь 2018, 10:51

Ҡулда - паспорт, иңдә - яуаплылыҡ

Рәсәй Конституцияһы ҡабул ителеүгә 25 йыл тулған көндө ҡалабыҙҙың 14 йәшлек граждандары ҡулдарына мөһим документ - паспорт алды.

Мөһим сараны юҡҡа ғына байрам көнөндә тапшырманылар, сөнки Конституция - Рәсәй Федерацияһы гражданының хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән төп дәүләт законы.

- Һеҙ бөгөн ҡулығыҙға паспорт алдығыҙ. Шәхесте дәлилләүсе документ хоҡуҡтар менән бергә бурыстар барлығы тураһында ла һөйләй. Хәҙер тормошта яһаған һәр аҙымығыҙ өсөн үҙегеҙ яуаплы. Рәсәй закондарын теүәл үтәгеҙ, паспортығыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ, таҙа һәм тәртиптә тотоғоҙ. Ул сит ҡулдарға барып эләкмәһен. Үҙ илегеҙҙең, республикағыҙҙың ысын патриоттары булығыҙ, - тине үҫмерҙәрҙе ҡотлап, Салауат эске эштәр бүлегенең миграция һорауҙары буйынса бүлексәһе начальнигы, полиция подполковнигы Оксана Лоҡманова.

Ул көндө тантаналы шарттарҙа 89 үҫмергә паспорт бирелде. Йәштәрҙең шатлыҡтарын уртаҡлашырға ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре зал тултырып килгәйне. Уларҙың көслө алҡыштары ҡайнар ҡотлауҙар булып яңғыраны. Үҫмерҙәр оло тормошҡа аяҡ баҫыуҙарына үҙҙәре лә шат. 1-се лицейҙың 7-се класс уҡыусыһы Илнур Яҡупов та ҡыуанысын йәшермәй.

- Рәсәй гражданы булып китеүем менән ғорурланам. Үҙемде ҡапыл өлкәнәйгәндәй хис иттем. Тыуған илгә һөйөү тойғолары көсәйгәндәй булды. Һәр эшең өсөн үҙеңә яуап тоторға тура киләсәген яҡшы аңлайым, - тине егет.

Паспортты ҡулға алып, урындарына барып ултырғас та, ҙур тулҡынланыу менән уның һәр битен ентекләп ҡарай башланы егет-ҡыҙҙар.


Читайте нас: