Ике йәш йөрәк осраҡлы ғына танышып китә. Урал Өфөнән уҡыуҙан Салауатҡа ҡайтҡан осорҙа Светлананы осрата ла, тәү күреүҙә үк ғашиҡ була. Башта никах уҡыталар, 2007 йылда гөрләтеп туй үткәрәләр. Урал 2005 йылда Салауат эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәтенә милиционер-водитель булып эшкә урынлаша. Ошо йылдар эсендә үҙен өлгөлө хеҙмәткәр итеп күрһәткән ир-уҙаманы бик күп наградалар менән бүләкләнгән. Ведомствоның “Милиция отличнигы”, “БР Эске эштәр министрлығының 90 йыллығы” знактары, “Тоғролоҡҡа бурыс”, “Хеҙмәт алдынғыһы” миҙалдары һәм бихисап грамоталарға лайыҡ булған. Өлкән сержант Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында 6 айлыҡ хеҙмәт бурысын тултырып ҡайта. Унда барыу ҙа ышаныслыларға ғына тәғәйенләнә. Быйыл Урал Зәки улы ҡалабыҙҙың Башҡорт иҡтисад-юридик колледжын тамамлай. Ә Светлана Рауил ҡыҙы 53-сө балалар баҡсаһында кесе тәрбиәсе булып эшләй. Ул да ситтән тороп Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында уҡый. Светлана - ғаиләһендә яҡшы хужабикә, һөйөклө әсәй, тормош юлдашына яҡшы ҡатын, өҫтәүенә эш урынында шәп хеҙмәткәр ҙә. Ғаилә усағын һүндермәй һаҡлау, ҡурсалау, балалар үҫтереү, тәрбиәләү - уның төп роле һәм тормоштағы тәғәйенләнеше. Инәһе көслөнөң иләүе көслө, тигән мәҡәл тап килә Светлана Рауил ҡыҙына.
Мусиндарҙың бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Улдары Ринат һәм Артур, ҡыҙҙары Риана 25-се башҡорт гимназияһында белем ала. Улар тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Ринат ҡала буйынса “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативын үтәп, 2-се урынға сыҡҡан. Артур 1-се лицейҙа өҫтәмә рәүештә “Интеллект мәктәбе”ндә белем ала. Риана иһә ижад һарайында “Йәйғор” башҡорт студияһында йыр-бейеүгә өйрәнә.
Светлана Рауил ҡыҙы һәм Урал Зәки улы сәләмәт тормошто үҙ итә. Спортҡа һөйөүҙе балаларында ла тәрбиәләй. Бергәләп бас-сейнға йөрөйҙәр. Футбол был ғаиләлә - иң яратҡан спорт төрө. Йәштәр аҙнаһына ике тапҡыр майҙансыҡҡа сығып туп тибә, йүгерә.
- Донъя йәме, ғәме - балаларҙа. Уларҙы лайыҡлы итеп үҫтереү - беҙҙең төп бурыс. Ғаиләлә нимәләр генә булмай, бер-береңде аңлап, кәрәк саҡта ҡаршы килмәй тыныс ҡалыу, яратыу, ихтирам итеү кәрәк. Шул уҡ ваҡытта спорт, сәләмәт тормош, уңыштарға ҡаҙаныу теләге беҙҙе берләштерә , - тиҙәр ирле-ҡатынлы Мусиндар бәхетле йылмайып.
Һоҡланғыс, татыу ғаиләләр тормошто биҙәй. Светлана менән Урал икеһе лә уңған, бөтмөр, матур итеп донъя көтәләр. Һәр кем шулай ғаиләһендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәһен ине.