- Университетта көндөҙгө һәм ситтән тороп, киске уҡыу формалары ҡаралған. Әлеге көнгә 300-гә яҡын ғариза ҡабул иттек. Абитуриенттар берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре менән 26 июлгә тиклем килә ала. Студенттарҙы иртәндән алып кискә тиклем ҡабул итәбеҙ. Беҙҙең филиал төплө белем бирә. Компью-тер технологияһы киң файҙаланыла. Ул төрлө ҡоролмаларҙың 3D моделен алырға мөмкинлек бирә. Һуңынан яйланманы заманса металл киҫкес станоктарҙа йәки 3D принтерҙа яһап була. Ҡыҫҡаһы, мөмкинлектәр күп, - тип һөйләй ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе Наталья Ляхова.
Филиал республикала ғына түгел, ә унан ситтә лә билдәле. Бөгөн ул ӨДНТУ-ның заманса матди-техник базалы, юғары квалификациялы белгестәре булған иң эре структур бүлексәһе иҫәпләнә. 60 йыл эсендә филиал ҡатмарлы үҫеш һәм камиллашыу юлы уҙған, ҡала, республика һәм ил өсөн 6000 меңдән ашыу инженер әҙерләп сығарған. Уҡытыусылар араһында 38 фән кандидаты һәм алты фән докторы бар. Студенттар өсөн яңы уҡыу алымдары ҡулланыла, уларҙың курс һәм диплом эштәре предприятиеларҙың ғәмәлдәге ҡоролмаларын модернизациялау һәм үҙгәртеп ҡороу менән бәйле. Предприятие заказдары буйынса, йыл һайын 25 процентҡа яҡын диплом проекттары башҡарыла. Студенттар үҙҙәренең ижади һәләтен үҫтерә, фәнни-ғәмәли һәм проект эштәрен бойомға ашыра. Республика, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара фәнни конкурс эштәрендә, төрлө конференцияларҙа, грант конкурстарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Уҡыу йортонда шарттар бөтә талаптарға яуап бирә. Уҡыусылар заманса аудиторияларҙа белем ала, дәүләт бюджеты иҫәбенә яҡшы уҡыусы егет-ҡыҙҙарға дәүләт стипендияһы түләнә. Белем алып сыҡҡан студенттар араһында фән докторҙары һәм кандидаттар, профессорҙар һәм доценттар бар, күптәре етәксе вазифаларҙы биләй. Был уҡыу йорто ҡаланың иң эре предприятиеһы - «Газпром нефтехим Салауат» өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләй.