газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
29 Июнь 2018, 11:10

Тырышып ҡына эшләргә

Оҙаҡ йылдар уҡып, ҡулдарына диплом алыусы йәштәр өсөн эш табыу - иң төп мәсьәлә. Өфө сәнғәт институтын тамамлаусы ҡыҙҙарға был йәһәттән уңыш йылмайған. Улар-ҙы, уҡыуҙарын тамамлау менән, Салауат башҡорт дәүләт драма театры эшкә саҡырған. Фотоһүрәттәге һылыуҙар - Дәүләкән һәм Баймаҡ райондары ҡыҙҙары Нәзифә Аласова менән Гөлсәсәк Зарипова. Улар институтта ғына түгел, ә бишенсе кластан алып Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла бергә уҡығандар. Ҡыҙҙарҙың юлы һаман да айырылмаған - уҡыуҙа ла, эштә лә бергәләр.

Гөлсәсәк бәләкәй саҡтан һүҙгә оҫта булған. Уҡый-яҙа белмәгән 3-4 йәшлек ваҡытында уҡ апаһынан отоп ун шиғыр ятлаған. Ауылға артис-тар килгән саҡта спектакль башланғансы сәхнәгә менеп шиғыр һөйләй икән. Туғыҙын һөйләгәс, Гөлсәсәк, етте инде, төш сәхнәнән, тигәндәргә: «Мин туғыҙҙы ғына һөйләнем, тағы берәүһе ҡалды», - тип яуап бирә. Ата-әсәһе ҡыҙҙың сәнғәт өлкәһен һайлауына ҡаршы килмәй.

Ә Нәзифә бәләкәйҙән йырларға яратҡан. Моңло тауышы менән «Баймаҡ йондоҙсоғо» конкурсында Гран-приға лайыҡ була. Дүртенсе класты тамамлағас, ял итергә лагерға бара. Шунда «Алло, таланттар эҙләйбеҙ!» тигән конкурста йыр менән сығыш яһай. Тәрбиәсеһе уның ата-әсәһенә: «Нәзифәнең һәләте бар. Уны уҡырға ебәрергә кәрәк. Тиҙҙән Өфөгә барам, ҡыҙығыҙҙы ла алып китәм», - ти. Документтар, имтихандар тапшырып, шулай килеп эләгә ул гимназияға. Уны уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона юллана.

Институт тормошо ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла була. Беренсе курста уҡ этюдтар уйлап сығарыу, һуңынан эстрада йондоҙҙарына пародиялар яһау, Йәштәр театрында беренсе спектаклдәр күрһәтеү көтә уларҙы. Имтихандар ҙа ғәҙәти булмаған рәүештә үтә. Мәҫәлән, ҡулға ручка алып диктант яҙыу урынына йәш артистар сәхнәлә спектаклдәрҙә уйнай. Белемдәре шулай баһалана.

Ҡулға диплом алғас, Салауат театрына эшкә барырға тәҡдим итәләр.

- Уҡытыусыларыбыҙ был театрҙы гел маҡтап һөйләне. Эшкә барһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ, тип кенә торҙо, спектаклдәрен даими барып ҡарарға тәҡдим итте. Ысынлап та, «Ерҙәштәр» спектаклен ҡарап, иҫебеҙ китте. Артистары шул тиклем көслө, бирелеп китеп уйнауҙары һоҡландырҙы. Шуны тағы ҡабатлап ҡарар инек, - ти ҡыҙҙар.

- Бөтөнләй таныш булмаған ҡалаға килергә нисек баҙнат иттегеҙ? Ҡурҡыныс булманымы? - тип һорайым.

- Баштараҡ дөрөҫ аҙым яһайбыҙмы, унда барып яңылышмайбыҙмы икән, тигән һорауҙар тыуҙы, әлбиттә. Күңелде шом да биләне. Әммә коллективтың беҙҙе ихлас ҡаршы алыуы, оло апай-ағайҙарҙың арҡабыҙҙан һөйөп яратыуы бөтә шиктәрҙе таратты ла ҡуйҙы, барыһы ла үҙ урынына ултырҙы. Театр директоры Илдар Маннапов, ижади коллектив менән идара итеүсе Рөстәм Фазылов, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев алдан уҡ имтихандарға килеп, һәләтебеҙҙе самаланы, үҙ фатихаларын бирҙе. Йылы ҡаршы алыуҙары өсөн барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Ҡала йәш, матур, кешеләре ихлас. Тырышып эшләргә генә ҡала, - тине улар бер тауыштан.

Театр, миҙгеле тамамланыу-ға ҡарамаҫтан, үҙ эшен дауам итә. Әлеге көндә артистар Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Йәннәт һулышы» әҫәре өҫтөндә эшләй. Яңы миҙгелдә йәш белгестәрҙең сәхнәләге тәүге аҙымдарын да күрербеҙ әле.


Читайте нас: