газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
22 Июнь 2018, 15:33

Спортсы. Йырсы. Бейеүсе...һәм һылыу ҡыҙ

Салауат уҡыу йорттарында күрше ҡала-райондарҙан килеп белем алыусылар күп. Улар тыуған төйәге, ата-әсәһе алдында үҙҙәрен бурыслы тоя, тырышып уҡый, һәләттәрен күрһәтә. Шундай дәртле, һәләтле, маҡсатлы башҡорт ҡыҙҙарының береһе Айгизә Дәүләткилдина Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында 1-се курста белем ала.

Биш балалы ғаиләлә үҫкән ҡыҙ мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Шиғыр һөйләү конкурстарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып бихисап дипломдар менән бүләкләнә Айгизә. Бәләкәйҙән балалар менән уртаҡ тел таба белеүе, сабыйҙарҙы яратыуы унда коррекцион педагогика һөнәрен үҙләштереү теләге уята ла инде. Бер туған Гөлиә апайымдың да уҡытыусыға уҡып сығыуы йоғонто яһамай ҡалмағандыр, ти үҙе лә. Йәш ҡыҙ спорт менән дуҫ, баскетболды үҙ итә, хатта 2-се урынға сығып миҙал менән дә бүләкләнгән. Колледжда яҡшы белем алыу менән бергә волейболға, баскетболға, тренажер залына йөрөй. Бынан тыш, матур итеп йырлай ҙа, бейей ҙә.

- Йәшлек - ул эҙләнеүҙәр һәм өмөттәр, яҡты хыялдар, сафлыҡ мәле. Тиҫтерҙәремә теләгем шул: әүҙем булһындар, үҙҙәренең алдына маҡсаттар ҡуйып, уны тормошҡа ашырыу өсөн бар тырышлыҡтарын һалһындар, ваҡиғалар үҙәгендә булһындар, насар ғәҙәттәрҙән ситтә торһондар, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлап, спорт менән дуҫ булһындар. Бер ҡасан да ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, өлкәндәрҙән кәңәш һорарға тартынмағыҙ, - ти йылмайып Айгизә.


Читайте нас: