газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
8 Июнь 2018, 12:03

Радик үҙ эшен белә, ярата

Радик Сабитов «Битум» предприятиенда өлкән оператор булып эшләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәтендә абруйлы белгес. Ул был һөнәрҙә 10 йылға яҡын хеҙмәт итә.

Эштең ауырлығынан ҡурҡмаған егет бәләкәйҙән спорт яратып үҫә. Мәктәптә уҡығанда футбол һәм көрәш менән шөғөлләнә, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Радиктың атаһы «Салауатнефтеоргсинтез» предприятиеһына 30 йыл ғүмерен бағышлай. Шуға ла егет атай юлынан барырға, оператор булырға хыяллана.
21-се мәктәпте уңышлы ғына тамамлағас, 36-сы һөнәри училищела электр менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алып үҙ теләге менән Киров ҡалаһының 3667-сы элемтә часына хәрби хеҙмәткә алына. Өлгөлө һалдатты офицерҙар шунда уҡ күреп ҡалып кесе сержант итеп ҡуялар. Армиянан инде ул өлкән сержант дәрәжәһендә ҡайта.
Радик Ринат улы күптәнге хыялы - операторға уҡырға тигән теләген тормошҡа ашырырға теләп, Салауат индустриаль колледжына белем алырға инә. 2009 йылда «Битум» предприятиеһына технологик ҡоролмалар белгесе булып эшкә урынлаша. Әле ул 6-сы разрядлы өлкән оператор. Радик үткәргес торбаларҙың ныҡлығын тикшереү, ҡорамалдарҙы ҡабул итеү, схемаларҙы өйрәнеү, аппараттарҙы дөрөҫ ялғау кеүек эштәрҙе башҡара.
Хәҙер оператор туҙан еҫкәп, ҡолағына тиклем майға суммай. Ул компьютер, заманса тех­но­ло­гиялар менән дуҫ булырға тейеш. Сә­ләмәтлеге лә иғтибарға алына. Уның төп эше - мониторҙан ҡорамалдарҙы, продукция етештереү процессын контролдә тотоу.
- Был һөнәр минең күптәнге хыялым ине, хеҙмәтем бик оҡшай. Үҙемә йөкмәтелгән бурыстарҙы тиҙ үҙләштерҙем. Киләсәккә пландарым ҙур - юғары белем алырға һәм ҡулайламалар начальнигы булырға теләйем, - ти өлкән оператор.
Шулай тормошонан йәм, эшенән тәм табып йәшәй Радик. Яҡындары - уның беренсе ярҙамсылары. Яратҡан ҡатыны Рәзинә һәм улы Алан менән дә бәхетле ул.
Читайте нас: