Ҡыҙ, йүгереп килде лә: «Апай, зинһар ярҙам итегеҙ! Өйөмә ҡайта алмайым. Улар мине баҫтыра», - тип артыма килеп йәшеренде. Ә егеттәр кем уҙарҙан: «Ышанмағыҙ уға, ул алдаша. Үлтереүсе, яман уйлы ла», - тип ҡысҡырыша башланы. «Туҡтағыҙ, бер нәмә лә аңламайым, нимә булған, кемде үлтергән?» - тип аптырап ҡалдым. «Зыян күреүсе» ҡыҙҙың үҙенән һорашайым тиһәм, үҙенән елдәр иҫкән, ҡабалана-ҡабалана подъезд ишегендәге домофон төймәләренә баҫа ине. Хәлдең айышына малайҙарҙан белешеп кенә төшөнөргә ҡалды.
- Бер һүҙенә лә ышанмағыҙ. Тишек шоманға ултыртырға бигерәк оҫта. Таныш булмаған кешеләргә уҡыған мәктәбен дә алдап әйтә. Әле һеҙгә лә дөрөҫөн һөйләмәне. Беҙ уның менән бергә уҡыйбыҙ, бер йортта йәшәйбеҙ. «Үлтереүсе» тип атауыбыҙ юҡҡа түгел. Тыңлағыҙ, - тип бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һүҙ башланы кескәй дуҫтарым. - Ул - хайуандарҙы ғазаплаусы. Минең бәләкәй генә бесәйемде бейек ҡаттағы йорттоң балконынан ырғытты. Шул тиклем ҡаты бәғерле, уҡытыусыларға төкөрә, үҙе һүгенә, малайҙар менән тосма-тос килеп һуғыша. Ҡыҙ кеше әҙәпле булырға тейеш, етмәһә, буласаҡ әсә лә. Ундай ҡыҙҙы кем кәләш итеп алыр икән? - тип, балаларға хас булмаған етдилек менән һүҙҙәрен дауам иттеләр.
Ул арала мәктәптән ҡайтып килеүсе тағы ике-өс малай күренде. Нимә тураһында һөйләшкәнебеҙҙе аңлап ҡалып, һүҙгә ҡушылдылар. Араларындағы берәүһенең фекерләүе тамам таң ҡалдырҙы: «Ә-ә-ә, теге ҡәбәхәтте әйтәһегеҙме ни? Ысын шул. Бесәйемдең башына полиэтилен тоҡсай кейҙереп тонсоҡторҙо. Хайуандарҙы яҡларға, һаҡларға кәрәк. Улар - беҙҙең кесе дуҫтарыбыҙ. Өҫтәүенә, беҙ, кешеләр, хайуандарҙан барлыҡҡа килгәнбеҙ. Был эштәре өсөн ул Хоҙай Тәғәлә алдында яуап бирәсәк әле. Беҙҙең барыбыҙ менән дә Аллаһы Тәғәлә идара итә», - тине. Аптырап: «Хайуандарҙы үлтерергә лә юғарылағы бабай ҡушҡанмы ни?» - тип һораным. Малай: «Аллаһы Тәғәләнең ике төрө - яҡшыһы һәм яманы бар. Был ҡыҙға насары идара иткәндер, күрәһең», - тине. Шунда уны икенсеһе төҙәтеп ебәрҙе. «Юҡ, уны иблис ҡоторта», - тине. Бөтөнләй телһеҙ ҡалдым.
- Әле ҡыҙ артынан йүгерә инегеҙ. Нимә эшләргә уйығыҙ? - тим.
- Язаһын бирергә, - тине улар бер тауыштан. - Ҡыҙының тәртипһеҙ ҡылыҡтарын әсәһенә ошаҡларға керҙек. Уныһының иҫе лә китмәне, яман һүгенеү һүҙҙәрен ҡушып беҙгә: «Миңә барыбер. Төкөрҙөм мин һеҙҙең бесәйҙәрегеҙгә. Нимә теләй, шуны эшләһен», - тип ишекте танау осонда шарт ябып ҡуйҙы. Тәрбиә ғаиләлә башлана. Әсәһе шундай булғас, балаһына ни ҡала? - тине кескәй «өлкәндәр».
Уларҙың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар, йәмәғәт. Хайуандарҙы язалаусы ҡыҙҙар тураһында гәзит биттәрендә мәҡәлә донъя күргәйне инде. Үҙебеҙҙә шундай хәлдәр булғас, ситтәге ваҡиғаларға ниңә аптырарға? Күңелдәре менән ҡатыраҡ, тупаҫыраҡ тип иҫәпләнгән малайҙарҙың шулай фекер йөрөтөүе күптәрҙе башҡасараҡ уйланырға мәжбүр итер, моғайын. Элек-электән ҡыҙҙар - өйҙөң йәме, наҙы булып иҫәпләнгән. Улар тыйнаҡ, йыйнаҡ, оялсан булған. Хәҙер иһә, алыштырып ҡуйғандармы ни үҙҙәрен? Ошо ҡыҙ үҫеп етеп, әсәй булһа, сабыйына ниндәй тәрбиә бирер икән?
- Егеттәр, уйығыҙҙың изге икәненә ышанам. Был ҡыҙҙың ҡылығына йөрәгегеҙ әрнейҙер. Әммә баш-баштаҡланып, үҙегеҙ генә яза бирергә ярамай. Етәксегеҙгә, уҡытыусығыҙға хәбәр итегеҙ. Һаҡ булығыҙ, - тинем дә, барыр еремә һуңлауымды һиҙемләп, һаубуллашып, ашығып китеп барҙым.
Күңелемде ауыр уйҙар сорнаны. Буласаҡ йорт йылыһын, өй усағын һаҡлаусы ҡыҙ балала бәғерһеҙлек, ҡатылыҡ, мәрхәмәтһеҙлек ҡайҙан килә?