газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
21 Май 2018, 10:56

«Ҡала көсө» менән көслөбөҙ

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәтенең киң йәйелдерелеүе күҙгә ташлана. Ветерандарға ярҙам итһендәрме, балалар менән мәшғүл булһындармы, әллә башҡа берәй мәрхәмәтлек эшләһендәрме - быларҙың барыһын да улар башҡара. Ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ҡарамағындағы «Йәштәш» үҫмерҙәр үҙәгенең 2005 йылдан эшләп килеүсе «Ҡала көсө» хәрәкәте күптәргә билдәле. Бөгөн уларҙың эшмәкәрлектәре менән яҡындараҡ таныштырмаҡсыбыҙ.

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәтенең киң йәйелдерелеүе күҙгә ташлана. Ветерандарға ярҙам итһендәрме, балалар менән мәшғүл булһындармы, әллә башҡа берәй мәрхәмәтлек эшләһендәрме - быларҙың барыһын да улар башҡара. Ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ҡарамағындағы «Йәштәш» үҫмерҙәр үҙәгенең 2005 йылдан эшләп килеүсе «Ҡала көсө» хәрәкәте күптәргә билдәле. Бөгөн уларҙың эшмәкәрлектәре менән яҡындараҡ таныштырмаҡсыбыҙ.

- Уҡыу йорттарында төрлө ирекмәндәр хәрәкәте эшләп килә. Һәр береһенең үҙ йүнәлеше, маҡсаты, эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге бар. Ә «Ҡала көсө» - шуларҙың барыһын да бергә туплаған ойошма. Ҡапыл ғына берәй сара үткәрелер булһа, тиҙ арала шылтыратышып, йыйылышабыҙ ҙа, эшкә тотонабыҙ. Иң актив ирекмәндәр Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар, индустриаль колледждарында. Ярҙамдан бер ваҡытта ла баш тартмайҙар, әйтеү менән йәһәт кенә килеп етәләр. Музыка, медицина, механика-төҙөлөш колледждары ла әүҙемлек күрһәтергә тырыша. Бөгөнгө көнгә 137 ирекмән иҫәпләнһә, тағы 34 кеше өҫтәлергә тора. Был, әлбиттә, шатлыҡлы күренеш, - тип һөйләй «Ҡала көсө» ирекмәндәр хәрәкәте кураторы Илүзә Дәүләтбәкова.

Ирекмәндәр уҙғарған саралар, акциялар исемлегенә күҙ һалһаң, уларҙың йәмғиәт өсөн файҙалары күренеп тора. Республикала үткәрелгәндәренән дә ситтә ҡалмайҙар. Әйтәйек, наркотиктарға ҡаршы «Рәхмәт, юҡ!», терроризмға ҡаршы акциялар, кеше күп йөрөгән урындарға сығып, ҡала халҡы араһында дөрөҫ туҡланыуға, сәләмәт тормош рәүешенә ҡағылышлы һорашып-белешеүҙәр үткәреү, «Сәләмәт бул», «Һыраһыҙ ҙа тормош бар» саралары уҙғарыу, өмәләргә сығыу. «Еңеү волонтерҙары» акцияһы киң күләмлеләрҙән һанала. Яңыраҡ уҙған Еңеү көнөндә лә йәштәр әүҙем ҡатнаша: Георгий таҫмаларын тарата, ветерандарҙы оҙатып йөрөйҙәр, йорттарына барып ҡотлайҙар.

Илүзә Йәүҙәт ҡыҙы әйтеүенсә, бер үтенесте лә кире ҡаҡмай, ихлас күңелдән булышҡан йәштәр - уның төп таянысы.

- Волонтер һүҙе үҙ теләгең буйынса ярҙам итеүсе тигәнде аңлата. Тимәк, бында шәхси ваҡыттары менән иҫәпләш-мәйенсә, һәр ваҡыт алға ынтылған шәфҡәтле, миһырбанлы кешеләр йөрөй. Шулар араһынан Әҙилә Әминеваны, Лиана Исмакованы, Ринат Байғужинды, Виктория Чараеваны, Яна Бикмөхәмәтованы, Данил Толченниковты билдәләп үткем килә. Ирекмән булырға йыйыныусылар күңелдәре менән ярҙамдың эскерһеҙ күрһәтелергә тейешлеген аңлаһын ине. Мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. 22-се мәктәп был йәһәттән өлгө булырлыҡ, - ти ул.

Үҙ теләге менән ярҙам итергә бурыслы тиһәк тә, бөтәһе лә бушҡа эшләргә бик үк ашҡынып та бармай шул. Уларҙы дәртләндереү, ҡыҙыҡ­һындырыу маҡсатында булһа ла ниндәйҙер сара күрелһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Бәлки, 2018 йыл илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителеү сәбәпле, бер аҙ алға китеш булыр? Шул сағында уларҙың һаны ла бермә-бер артыр ине. Ә әлегә ирекмәндәр хәрәкәтендә тороусылар өсөн иң шәп яңылыҡ шулдыр: әгәр волонтерҙар кенәгәһендә 120 сәғәт эшләнгән, тигән яҙыу бар икән, уҡырға ингәндә уларға өс балл өҫтәлә. Был да насар түгел. Шулай ҙа, ирекмән булыр өсөн, тәү сиратта, теләгең һәм йөрәгең изге булыу кәрәктер, минеңсә.


Читайте нас: