Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
14 Май 2018, 11:25

Заман үҙе талап итә

Әлеге ҡатмарлы инновацион технологиялар заманында мәктәпте тамамлаған йәштәргә тормошта үҙ урынын табыуы, яраҡлашыуы еңелдән түгел. Был уҡытыусылар алдында белем биреү менән бер рәттән, үҫешкә һәм камиллашыуға һәләтле шәхес тәрбиәләү бурысын ҡуя. Шул маҡсатты күҙ уңында тотоп, республикала егерме йыл дауамында уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре конкурсы уҙғарыла. Яңыраҡ Өфө нефть-техник университетының Салауат филиалында уҙғарылған Фән көнөндә конкурстың муниципаль этап еңеүселәрен тәбрикләнеләр.

- Беҙ конкурста даими ҡатнашабыҙ. Ҡала этабына, ғәҙәттәгесә, Фән көнө йомғаҡ яһай. Сараның маҡсаты - балаларға тикшеренеү эшмәкәрлегенең тормошта ни тиклем мөһим булыуын, был эште кесе йәштән алып барырға кәрәклеген аңлатыу. Залда ултырыусылар араһында тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеүселәр менән бер рәттән тәүгә килеүселәр ҙә бар. Педагогтар уларҙы күрһендәр, ҡыҙыҡһындар, өйрәнһендәр өсөн алып килә, - ти уҡытыу-методик бүлеге методисы Ирина Шаульская.

Сарала уҡыусылар, университет уҡытыусылары һәм студенттары ҡатнашты. Алдынғы ҡарашлы йәштәрҙең иң яҡшы эштәре дипломдар һәм грамоталар менән билдәләнде. 15-се мәктәптең 2 класс уҡыусыһы Марк Назаров «Робототехника» - киләсәккә бер аҙым. Роботты үҙ ҡулдарың менән булдырыу» тигән тема менән сығыш яһаны. Ул робот яһаған.

- Робот - балаларҙың, айырыуса малайҙарҙың, яратҡан уйынсығы. Кемдер уны магазиндан һатып ала, кемдер үҙе яһай. Мин дә уны эшләп ҡарарға тәүәккәллек иттем. Тәүге роботым - пластилиндан, икенсеһе ҡағыҙҙан булды, өсөнсөһө крышкаларҙан ине. Улар бик матур, ыҡсым килеп сыҡты. Әммә оҙаҡ уйнап булмай, сөнки улар хәрәкәтһеҙ.Шунда миндә өй шарттарында бик үк күп сығымдар талап итмәгән хәрәкәт итеүсе робот уйлап табыу идеяһы тыуҙы. Үҙемде инженер-уйлап табыусы ролендә хис иттем. Эшем оҡшаны, ирешелгәндә туҡтап ҡалмаясаҡмын, - ти ышаныслы итеп Марк.

1-се лицей уҡыусыһы Сусанна Саркисяндың, юғары уҡыу йорто студенттары Алена Переверзеваның һәм Виктория Полянскаяның сығыштары ла үҙенсәлекле булды. Сара аҙағында уҡыусылар университеттың лабораторияларына сәйәхәт ҡылды, унда оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны.
Читайте нас: