газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
7 Май 2018, 13:29

Мөхәббәтле булһын ғаиләләр

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов иғлан иткән Ғаилә йылына ярашлы, «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмаһы әллә күпме саралар уҙғарып өлгөрҙө. Яңыраҡ улар Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының студент ҡыҙҙары менән осрашып, «Татыу ғалиә серҙәре» тип аталған матур кисә ойош-торҙо. Ул шулай уҡ ҡаланың 70 йылына ла арналды.

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов иғлан иткән Ғаилә йылына ярашлы, «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмаһы әллә күпме саралар уҙғарып өлгөрҙө. Яңыраҡ улар Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының студент ҡыҙҙары менән осрашып, «Татыу ғалиә серҙәре» тип аталған матур кисә ойош-торҙо. Ул шулай уҡ ҡаланың 70 йылына ла арналды.

Йәштәр менән ошондай фәһемле кисә үткәреү бик мөһимдер ҙә, сөнки тап улар ҡорған татыу ғаилә дәүләт нигеҙен тәшкил итә.

- Һәр ғаилә үҙе бер хөкүмәт, уның үҙ закондары, йәшәү ҡағиҙәләре бар. Ир ғаиләнең етәксеһе булһа, ҡатын-ҡыҙҙың изге бурыстары - йәмғиәткә лайыҡлы, әхлаҡлы, бөтөн яҡлап үрнәк булырлыҡ шәхестәр тәрбиәләү. Бының өсөн, тәү сиратта, ата-әсә үрнәк күрһәтергә тейеш. Бөгөнгө саранан фәһем алырһығыҙ, һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Сөнки ошонда ултырған апай-инәйҙәр тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, күп йылдар ғаилә менән йәшәгән, ҡатын-ҡыҙ елкәһенә йөкмәтелгән күп бурыстарҙы үҙ иңендә күтәргән, - тине үҙ сығышында «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмаһы рәйесе Фәнзилә Тибеева.

«Әннәби» йәмиғ мәсете мөғәллимәһе Сажиҙә Нишано-ваның сығышы айырыуса күңелдәргә үтте. Ул дини күҙлектән сығып ғаилә ҡиммәттәренә аңлатма бирҙе. Уның әйтеүенсә, балаларға тәрбиә биреү ғүмер буйына бара. Ата-әсәһенең йылы мөғәмәләһе, татыулыҡ та - сабыйға дәрес. Бала бәхетле булып үҫһен, ҡыуаныс килтер­һен өсөн, күңелендә рух тойғоһон, иман орлоҡтары һалып, мәрхәмәт һәм шәфҡәт менән тәрбиәләй белергә кәрәк. Үҙ фекерҙәрен һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ла еткерҙе.

Һуңғараҡ алдан үткәрелгән анкета һорауҙарына йомғаҡ яһалды. Уларҙан күренеүенсә, ҡыҙҙар 20-25 йәштә кейәүгә сығырға теләй, ҡатын-ҡыҙ бәхете - ирҙән, тип иҫәпләй. Тормош юлдаштары итеп улар булдыҡлы, ышаныслы егетте һайларға теләй, ә ике ҡыҙ бай егет эҙләй. Тимәк, улар өсөн ғаилә нигеҙен мөхәббәт түгел, ә байлыҡ тәшкил итә. Ә бит мөхәббәткә һыйынып йәшәгән кеше бер ҡасан да отолмай, бөтә кәртәләрҙе лә үтергә һәләтле. «Ғаилә бәхете кемдә?» тигән һорауға йәштәр үҙҙәре тәрбиәләнгән ғаиләнең көнкүрешенән, ата-әсәһенең мөнәсәбәтенән сығып яуап биргән.

Байрам күңелле йыр-бе-йеүҙәр менән үрелеп барҙы, мәғәнәле шиғырҙар ҙа яңғыраны.
Читайте нас: