Эшҡыуарҙың хеҙмәте ситтән ҡарап тороуға ғына еңел күренә. Күптәрҙең күҙ алдына ҙур аҡса, муллыҡ, байлыҡ, тауар, клиенттар килеп баҫа. Әммә уңыштың бары тырышлыҡ нигеҙендә яуланыуын үҙ иңендә татығандар ғына яҡшы аңлай. Ситдиҡовтар ҙа йүнселлеккә еңел түгел, ә күп һынауҙар аша килгән.
Ишембай районында тыуып үҫһә лә, Илфатҡа алты йәштәр булғанда ата-әсәһе Салауатҡа күсеп килә. Ҡалала мәктәпте, һуңынан 20-се лицейҙы тамамлай, автослесарь белгеслеген ала. Әрме хеҙмәтенә тиклем үҙ һөнәре буйынса эшләй. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, тәүҙә эшләп киткән еренә, һуңынан банкка водитель булып урынлаша.
- Эш хаҡы аҙ, өҫтәмә килем булһын тип, кистәрен ишек ҡуйырға йөрөйөм. Иртүк сығып китәм, һуң ҡайтам - ғаиләмде, балаларымды ла күрмәнем, тиерлек. Йәнгә лә тейә башланы. Күңелгә ятышлы үҙ эшеңде асһаң ине, тигән теләк күптән бар ине. Әммә уға ҡапыл ғына баҙнат итеп булманы. Көтмәгәндә эшһеҙ ҡалдым. Һуңынан пластик тәҙрәләр етештереүсе ойошмаға урынлаштым. Унда биш йыл эшләнем. Тәүҙә монтажсы, йыйыусы булдым, һуңынан мастер итеп ҡуйҙылар. Уйлай торғас, бөтә эште мастер үҙе эшләй, ә ниңә кешегә бил бөгөргә, тип тәүәккәллек итергә булдыҡ, - ти Илфат Исфар улы.
- Яңы йыл алдынан икебеҙ ҙә эшһеҙ ҡалдыҡ. Ике ай буйы төрлө мәғлүмәттәр эҙләнек, Өфөгә семинарҙарға йөрөнөк. Нимәгә тотонорға белмәй оҙаҡ уйландыҡ. Бәлки, тормош та беҙгә һынауҙар ебәреп, алдыбыҙҙа мөмкинлектәр асыуға форсат биргәндер. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, көсөбөҙҙө пластик тәҙрәләр һатыу, ҡуйыу өлкәһендә һынарға булдыҡ. Өҫтәүенә, иптә-шемдең был өлкә-лә тәжрибәһе лә ап-аруҡ. Бәләкәй генә бинаны арендаға алдыҡ. Мин клиенттар менән килешеүҙәр төҙөйөм, ә Илфат - монтажсы, води-тель, реклама биреүсе. Ҡағыҙ эштәренә лә төшөнөп етмәйем, эҙләнәм, уҡыйым, шылтыратам, һорашам... Бына шулай башланып китте ғаилә бизнесы, - тип һүҙгә ҡушыла кәләше Гөлнара Айҙар ҡыҙы.
Көнәркәшлек заманында клиент-тарҙы йәлеп итеү ҙә еңел эш түгел. Ситдиҡовтар ҙа быға күп көс һала. Тәүҙә бер төрлө реклама ҡағыҙҙары баҫтырып таратып ҡарайҙар, әллә ни файҙаһы булмағас, яңыларын эҙләргә тура килә. Ғаилә башлығының был өлкәлә тәжрибә туплап, клиенттары араһында абруй яулауы ла ярҙам итә. Улары, үҙ сиратында, таныш-белештәренә тәҡдим итә. Яйлап киңәйә лә башлайҙар. Хәҙер тәҙрәләр генә түгел, ишектәр һатыу, ҡуйыу менән мәшғүлдәр. Иҫәп-хисап эшен өлгөр Гөлнара өйҙә алып бара. Штатта хеҙмәткәрҙәре лә бар. Тәүҙәрәк Салауат менән генә сикләнһәләр, тора-бара күрше район-ҡалаларға ла сыға башлайҙар.
- Иң мөһиме - заказ биреүселәрҙең ышанысын аҡлау. Тап һинең ойошмаңды һайлағандар икән, уларҙың талаптарына яуап бирергә тейешһең. Әлегә күңелдә тағы бер уй йәшәй - эшебеҙҙе тағы берәй ҡалала асырға. Киләсәктә, бәлки, пластик тәҙрәләргә һорау ҙа ҡалмаҫ. Бер урында тапанырға ярамай. Заман үҙе шуны талап итә. Ихтыяж күп булған башҡа яңы эшкә тотонорға тура килер, ахырыһы. Ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Аҙаҡ үкенмәҫлек булмаһын өсөн йәштәр бөгөндән тәүәккәллек итһен ине. Хәҙер интернетта ла мөмкинлектәр ифрат күп. Беҙгә ике яҡтан ата-әсәләр бик ярҙам итте. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Үҙҙәре лә тырыш кешеләр, балаларын да үҙ миҫалында үҫтерҙе, - ти Илфат.
Гөлнара һәм Илфат Ситдиҡовтарҙың ғаиләһендә өс бала - ике ҡыҙ һәм бер малай үҫә. Азалия менән Зарина мәктәптә уҡый, ә кескәй Асҡар балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡыҙҙар тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп, еңеүҙәре менән ата-әсәһен ҡыуандыра. Йәштәр балаларын башҡорт рухлы итеп тәрбиәләйҙәр, туған телебеҙҙең үҙенсәлекле, матур һәм бай икәнлегенә төшөндөрәләр.
Тормошта уңышҡа, бәхеткә өлгәшеү, математик мәсьәлә кеүек, ҡатмарлы ғына ҡанундарҙан тора. Ситдиҡовтар ғаиләһе лә, уларҙы тырышып сисә торғас, яуабын тапҡан. Шулай ҙа әле улар һаман эҙләнеү юлында. Гөлнара иһә селтәр маркетингына тотонған. Тормош иптәше уның уй-теләгенә ҡаршы килмәгән, хуплаған. Өҫтәмә килем ҡамасаулаймы ни? Хыялдарында - үҙ йорттарын төҙөү. Уныһына ла ирешерҙәр. Булдыҡлының эше уң, тиҙәр бит.