газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
14 Февраль 2018, 11:11

Компьютер - ул һаҙлыҡ

«Улыма 12 йәш. Уҡыуҙан ҡайтыуы була, телефонына йәбешә, төрлө уйындар уйнай. Компьютерҙа ла йыш ултыра. Һуңғы ваҡытта уҡыуы төштө, иғтибарһыҙға әйләнде. Уҡытыусылары ла шелтәләй башланы. Әрләһәң, илай, мыжып тик йөрөй. Интернет - йүнле нәмә түгел, файҙаһынан бигерәк зыяны күберәк тиһәң, юҡты һөйләйһең, ти, барыбер үҙенекен итә. Телефонында блокировка тора, миңә күрһәтмәй. Нимә уйнауын, кемдәр менән аралашыуын да белә алмайым. Компьютер бәйлелегенән нисек ҡотолорға?»

«Улыма 12 йәш. Уҡыуҙан ҡайтыуы була, телефонына йәбешә, төрлө уйындар уйнай. Компьютерҙа ла йыш ултыра. Һуңғы ваҡытта уҡыуы төштө, иғтибарһыҙға әйләнде. Уҡытыусылары ла шелтәләй башланы. Әрләһәң, илай, мыжып тик йөрөй. Интернет - йүнле нәмә түгел, файҙаһынан бигерәк зыяны күберәк тиһәң, юҡты һөйләйһең, ти, барыбер үҙенекен итә. Телефонында блокировка тора, миңә күрһәтмәй. Нимә уйнауын, кемдәр менән аралашыуын да белә алмайым. Компьютер бәйлелегенән нисек ҡотолорға?»

Һеҙҙең һорауға яуапты һәм кәңәштәрҙе «Ышаныс» психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең педагог-психологы Клавдия ПРЕСНИКОВА бирә.

- Бөгөнгө көндә балаларҙың интернетҡа, социаль селтәр-ҙәргә, компьютер уйындарына бәйлелеге заман бәләләренең береһе булып тора. Хатығыҙҙан күренеүенсә, был һаҙлыҡ улығыҙҙы ла үҙенә тарта башлаған, ахырыһы. Балағыҙға психолог ярҙамы кәрәклеге асыҡтан-асыҡ беленә. Беҙҙең үҙәккә килегеҙ. Белгестәр мәсьәләне хәл итеү юлдарын табырға булышлыҡ итер. Адресыбыҙ: Ленин урамы, 23. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-917-49-300-20. Әлегә түбәндә биреләсәк кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

1. Баланың ышанысын яулау өсөн уға йомшағыраҡ мөнәсәбәттә булығыҙ. Ҡысҡы-рып әрләү, янау яҡшы һөҙөмтә бирмәҫ.

2. Улығыҙҙың ярҙамына мохтаж икән-легегеҙҙе күрһә-тергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, шрифты үҙгәртеп биреүен һораған булығыҙ.

3. Бер туҡ-тауһыҙ компью-терҙың зыяны тураһында тылҡырға ярамай. Киреһенсә, ниндәй уйын уйнауы менән ҡыҙыҡһынығыҙ, уйнап ҡарарға рөхсәт һорағыҙ. Шулай уның ышанысын яуларһығыҙ.

4. Ҡапыл ҡаты талаптар ҡуймағыҙ. Ҡағиҙәләрҙе яйлап ҡәтғиләштерегеҙ. Компьютер артында ултырыу ваҡытын сикләү сәбәптәрен тыныс ҡына аңлатығыҙ.

5. Штраф системаһын да индерегеҙ. Мәҫәлән, компьютер артында ултырғанһың икән - телевизор ҡарамайһың. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәне өсөн дәртләндерергә онотмағыҙ. Уйын формаһындағы бындай алымды ҡулланһағыҙ, конф-ликтлы хәлдән тыныс ҡына ҡотолорһоғоҙ.

6. Ваҡытты дөрөҫ бүлә белһен. Будильник, таймер ҡуйығыҙ, йәки, уйын бөтөүгә 10 минут ҡала уны иҫкәртәсәге тураһында әйтегеҙ.

7. Үҙегеҙҙең компьютер буйынса белемегеҙҙе камил-лаштырығыҙ. Һеҙ бит замана балаһының замана ата-әсәһе.

8. Баланың теләген иҫәпкә алып, спорт секцияһына, бас-сейнға яҙылығыҙ, йә булмаһа бейеүгә, хорға йөрөгөҙ. Уны маҡтап, дәртләндереп кенә тороғоҙ. Виртуаль донъяның бер ҡыҙығы ла булмауын иҫбат итегеҙ.

9. Йыш ҡына балалар проблемаһы менән үҙ донъяһына яңғыҙы бикләнә. Бәлки ул компьютерға сумып, ысынбарлыҡтан ҡасалыр? Әллә ул берәй бәләгә тарығанмы? Уның менән булған хәлде асыҡларға тырышығыҙ. Күбе-рәк аралашығыҙ, күңел кисе-рештәре, мауығыуҙары тура-һында һорашығыҙ. Һөйөүегеҙҙе, хәстәрегеҙҙе күрһәтегеҙ.

10. Баҫым яһау йүнлегә алып килмәй. Мониторҙы ватам, емерәм тип, ҡысҡырмағыҙ, янамағыҙ. Ул, киреһенсә, тиҫкәреләшәсәк.

Йомғаҡлап, шуны әйткем килә. Бөтә балалар ҙа бер түгел. Уларҙың шәхсән үҙенсәлектәре бар. Шуның өсөн һәр ҡайһыһы менән айырым эшләргә кәрәк. Үҫмер һәм өлкәндәр араһындағы мөнәсәбәттәр килеп тыуған ҡатмарлыҡтарҙың сәбәбен асыҡлау өсөн белгестәргә мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ. Беҙ һеҙгә ярҙам итергә һәр саҡ әҙербеҙ.
Читайте нас: