газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
9 Февраль 2018, 13:47

Гүзәллеккә ғашиҡ Аделина

Матурлыҡҡа ғашиҡ кеше генә ижад итергә һәләтле. Күптәр гүзәллеккә һоҡланып, шиғырҙар яҙа, йырҙар йырлай, һүрәттәр төшөрә. Бына шундай илһамлы ҡыҙҙарҙың береһе - Аделина Ҡотлоярова һүрәт төшөрөү менән мауыға.

Матурлыҡҡа ғашиҡ кеше генә ижад итергә һәләтле. Күптәр гүзәллеккә һоҡланып, шиғырҙар яҙа, йырҙар йырлай, һүрәттәр төшөрә. Бына шундай илһамлы ҡыҙҙарҙың береһе - Аделина Ҡотлоярова һүрәт төшөрөү менән мауыға.

Аделина бәләкәстән ижад, һынлы сәнғәт, ҡул эштәренә ылыға. Ҡыҙының һәләтен төҫмөрләп ҡалып, әсәһе уны Сәнғәт үҙәгенең һүрәт төшөрөү бүлегенә уҡырға бирә. Үҙәктә шөғөлләнеүе талантын тағы ла үҫтерә. Ошо уҡыу осоронда оҫта итеп бәйләү, сигеү, футболкаларға һүрәт төшөрөү, кейеҙҙән төрлө әйберҙәр яһау серҙәренә төшөнә. Ул ҡалала ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, күргәҙмәләрҙең береһен дә ҡалдырмай.

Талантлы ҡыҙ 25-се башҡорт гимназияһының 8-се класында белем ала. Уҡыуҙа ла «4» һәм «5» билдәләренә генә өлгәшә, олимпиадаларҙа, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Үҫмер үҙ теләге менән корей телен өйрәнә.

- Буш ваҡытымда китап уҡыйым, бассейнға йөрө-йөм һәм ҡул эштәре менән шөғөлләнәм. Әсәйем, ҡустым менән бергә ял итергә яратам, - ти Аделина.

Ул - иптәштәре өсөн яҡшы дуҫ, әсәһенә һәм ҡустыһына яр­ҙамсы. Ҡыҙ әсәһе һымаҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләргә хыяллана. Уның теләге - кешеләргә ярҙам итеү.

- Аделина быйыл сәнғәт үҙәген тамамлап, диплом яҡларға йыйына. Ул һәр яҡлап тырыш, бар ергә лә өлгөр, яуаплы һәм талантлы уҡыусы, - ти Сәнғәт үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Гөлнара Ғәрифуллина.

Сәнғәткә ғашиҡ һәм яҡты хыялдарға ашҡынып йәшәүсе ҡыҙ маҡсатына ла ирешер, киләсәктә бейек үрҙәр яулар. Һиңә уңыштар юлдаш бул­һын, Аделина!
Читайте нас: