газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
9 Февраль 2018, 13:45

Бәхет- ғаиләләге юғары рух байлығы, йән рәхәте, йәшәү йәме ул

Молҡамановтарҙың ҡыҙы Рузалина минең ҡыҙым менән балалар баҡсаһында бер төркөмгә йөрөй. Улар бәләкәстәре менән саф башҡорт телендә аралашыуы миндә һоҡланыу уятты. Шуға ла миндә йәш ғаилә менән яҡындан танышыу теләге уянды.

Молҡамановтарҙың ҡыҙы Рузалина минең ҡыҙым менән балалар баҡсаһында бер төркөмгә йөрөй. Улар бәләкәстәре менән саф башҡорт телендә аралашыуы миндә һоҡланыу уятты. Шуға ла миндә йәш ғаилә менән яҡындан танышыу теләге уянды.

Йәш ғаиләгә Ғафури районында нигеҙ һалына. Гөлназ Юрмаштан булһа, Ринат Аҡташ ауылы егете. Икеһе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән. Мәктәптә уҡығанда үҫмер егет тиҫтерҙәре менән йылға аша урынлашҡан ауыл клубына дискотекаға йөрөй. Шунда Гөлназ менән таныша. Мәктәпте тамамлағас, Ринат Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алып Табын коррекция мәктәп-интернатында музыка дәресенән уҡыта. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған белгесте мәҙәни сараларға йыш саҡыралар, бәйгеләрҙә ҡатнаша.

- Башта Гөлназды ҡараштырып йөрөнөм. Миңә уҡып бөтөп, эшкә кереп, аяҡҡа баҫырға кәрәк ине. Тора-бара дуҫлашып йөрөүебеҙ оло мөхәббәткә әйләнде. Алты йылдан гөрләтеп ауылда туй үткәреп ебәрҙек. Музыка белгесенең аҡсаһы күп түгел, шуға ла, эш эҙләп, туғандар саҡырыуы буйынса, Салауатҡа күсенеп килдек. 8-се торлаҡ идаралығына слесарь булып урынлаштым. Башта кеше фатирында йәшәнек, тора-бара эштән ваҡытлыса фатир бирҙеләр, - ти Ринат.

Гөлназ бер-бер артлы ул һәм ҡыҙ таба. Хәҙер Илназ һәм Рузалина балалар баҡсаһына йөрөй. Бер ай элек кенә йәш ғаилә ипотека юлы менән фатир алған. Ремонт эштәрен башҡарып, һәүетемсә генә йәшәп яталар. Ғаилә башлығы яҡшы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

Ә тормош иптәше «Таңсулпан» ашханаһында ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләй. Киләсәктә ул үҙ аллы торт, тәмлекәстәр бешереү менән шөғөлләнергә уйлай. Эйе, булдыҡлының эше уң, тиҙәр. Уңған ҡыҙ күҙҙең яуын алырлыҡ келәмдәр, түшәктәр ҙә бәйләй. Был ғына түгел, Гөлназ сәйләндән төрлө ағастар ҙа эшләргә оҫта. Йәштәр өйҙә генә ултырырға яратмай. Аҙна һайын тиерлек ауылдарына ҡайтып, атай-әсәйҙәренә ярҙам итә. Тыуған тупраҡ һәр ваҡыт үҙенә тарта, ти улар.

Гөлназдан һеҙҙең өсөн ғаилә нигеҙенең ныҡлығы нимәнән ғибәрәт, тип һорағас:

- Бер-береңде аңлап йәшәүҙәлер, - тип яуапланы, бер аҙ уйлап торғас. - Әлбиттә, төрлө саҡтар була. Тик һөйгәнеңә ҡарата итәғәтле, ихтирамлы булған ғаилә бер ҡасан да һүнмәй. Һөйгән йәрең, балаларың, атай-әсәйең һау-сәләмәт булғанда, туғандарың имен йәшәгәндә генә тормош мәшәҡәттәрен йырып сығыуы еңел. Ғөмүмән, тормош аҡылын атай-әсәйем өлгөһөнән алам. Уларҙың ипле һүҙҙәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелемдә ыңғай хис-тойғолар ғына яралта. Атайым менән әсәйемдең һөйөүҙән балҡыуы, уларҙан ағылған тыныслыҡ, эске ышаныс, башҡорт теленә һөйөүҙәре беҙгә, беҙҙән инде балаларыбыҙға күсә, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра.

Тәү ҡарашҡа Гөлназ һәм Ринат Молҡамановтар ғаиләһе башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай кеүек. Шулай ҙа уларҙа башҡорт ғаиләһе асылы, атай абруйы, әсәй наҙы, балалар ҡәҙере, өлкәндәр аҡылы, йәштәр айбарлығы сағыла. Ошондай ғаиләләр күберәк булһын ине!


Читайте нас: