Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
30 Ғинуар 2018, 15:38

Бәхетебеҙ - балаларҙа, - ти Айгөл һәм Марсель Ямғуровтар

Быйыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һәр ғаилә - үҙе бер дәүләт һымаҡ. Ошо кескәй дәүләттәр ныҡ һәм бәхетле булһа, илебеҙ ҙә ҡеүәтле булыр.

Быйыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һәр ғаилә - үҙе бер дәүләт һымаҡ. Ошо кескәй дәүләттәр ныҡ һәм бәхетле булһа, илебеҙ ҙә ҡеүәтле булыр.

Күптән түгел ҡалабыҙҙа төпләнгән күп балалы Айгөл һәм Марсель Ямғуровтарҙың ғаиләһе менән танышыу бәхете тейҙе миңә. Үҙҙәренең тормошо һәм эше менән ихтирам яулап та өлгөргән улар. Татыу ғаиләлә өс бала үҫә.

Шундай алсаҡ йәштәрҙе яҙмыш ҡайҙа осраштырған һуң?

- Мин үҙем Салауат ҡалаһынан, Марсель - Өфө егете, - тип һүҙҙе башлап ебәрҙе Айгөл. - Ә ата-әсәйҙәребеҙ Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылында тыуып үҫкән. Ошо ауылға өләсәй-олатай янына ҡайтҡанда таныштыҡ.

Оҙаҡ ҡына осрашып йөрөгәндән һуң, улар ғаилә ҡорорға ҡарар итә. Йәштәрҙең бәхетен тулыландырып Илина исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Һуңынан ғаиләләре тағы ла ишәйә, Имиль улдары тыуа. Унан инде ғаилә өсөнсөгә атай-әсәй булыу бәхетенә ирешә. Төпсөктәренә Иҙел тип исем ҡушалар.

Икенсе бала тыуғас бирелгән Әсәлек капиталы ла йәштәргә ҙур ярҙам булып тора. Улар ипотекаға алған өс бүлмәле фатирҙары өсөн тулыһынса түләп тә бөткән. Өйҙөң һәр мөйө­шө Айгөлдөң фантазияһы менән ентекләп уйлап эшләнелгән, ҡул эштәре менән биҙәлгән. Уға бала саҡтағы сәнғәт мәктәбендә рәсем һәм вокал буйынса алған белеме тормошта ярҙам итә. Ул папье-машенан, полимер балсыҡтан ҡурсаҡтар яһай, уйынсыҡтар һәм кейемдәр бәйләй. Ҡыҙына матур итеп ҡурсаҡ өйө лә эшләп ҡуйған.

Мин килгәндә Айгөл балсыҡтан быйылғы йыл хужаһын эшләй ине. Эт тулыһынса эшләнеп бөткән, уға тик кейем генә тегергә ҡалған. Уны Өфөлә йәшәүсе туғандары эшләп биреүен һораған.

Ҡул эштәренә оҫта хужабикә күптәнге хыялы менән дә бүлеште. Ул киләсәктә «Урал батыр» эпосын сәхнәләштерергә уйлай. Әлеге көндә ҡурсаҡтарҙы эшләү, уларға кейемдәр тегеү менән мәшғүл.

Оҫталыҡ нәҫелдән-нәҫелгә күсә, тиҙәр бит. Айгөл әйтеүенсә, уның атаһы - балта оҫтаһы. Ул ағастан семәрләп йыһаздар ижад итә. Хәҙер 9 йәшлек Илинаға ла олатаһының, әсәһенең ҡыҙыҡһыныуы, дөрөҫөрәге таланты «йоҡҡан». Ул да сәнғәт мәктәбендә белем ала, ҡул эштәрен үҙе теләп өйрәнә.

Айгөл бер урында ғына тормай, туҡтауһыҙ камиллаша: машина йөрөтөргә лә өйрән­гән, сәхнәлә лә йырлай, кәрәк икән тамада ла була. Уны таныштары, туғандары туйҙар һәм юбилей кисәләрен үткәрергә саҡыра. Ул 53-сө балалар баҡсаһында эшләй, әлегә төпсөк улы менән декрет ялында ултыра.

Беренсе класта уҡыған Имиль каратэ түңәрәгендә шөғөлләнә, спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Киләсәктә ошо өлкә буйынса үҫешергә хыяллана.

Ғаилә башлығы Марсель Фаил улы Төҙөлөш материалдары һәм ҡора-малдары заводында иретеп йәбеш-тереүсе булып хеҙмәт итә. Эшендә тырыш, яуаплы хеҙмәткәр, өйөндә ярҙамсыл хужа һәм яратҡан атай ул.

Ямғуровтар әйтеүенсә, улар балаларын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй. Уларҙа был ҡатын-ҡыҙҙың, был ир-аттың эше, тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ. Йәш ғаилә бар эште лә берҙәм башҡарып, бергә матур итеп ял да итә белә. Һәр ял көнөндә, бер аҙна ла ҡалдырмай, ғаилә менән һырғалаҡҡа, саңғыла, йә тау шыуырға юлланалар. Йәйен инде үҙҙәренең баҡсаларында, йә матур тәбиғәтле Еҙем -Ҡаран ауылында үткәрәләр.

Беҙҙең йәшәү йәме - балаларҙа, тиҙәр Айгөл һәм Марсель Ямғуровтар. Уларҙың шатланышып, йүгерешеп йөрөгән балалары ысынлап та был йортҡа йылылыҡ һәм йәм өҫтәй.


Читайте нас: