Йөҙө айҙай балҡып, йылмайып ҡына торған был һылыу - Азалия Хужахмәтова. Ул Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында мәғлүмәтте һаҡлау технологияһы һәм ойоштороу бүлегендә беренсе курста белем ала.
Азалия Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында 9-сы класты тамамлағандан һуң, бәхетен ошо колледжда һынап ҡарай. Ул аттестат балдары буйынса уҡырға алына. Ауыл мәктәбендә төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙ бында ла һынатмай. Шунда уҡ волейбол һәм еңел атлетика түңәрәгенә яҙыла. Көҙөн “Милләттәр кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү ярышында ҡатнаша.
Рәсәй студенттары билдәләгән көндө Азалияға бер нисә һорау бирҙем.
- Талип тормошона нисек өйрәнеп киттең?
- 9-ҙа уҡығанда тиҙерәк атай-әсәй ҡанаты аҫтынан сығып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡы килә ине. Башта әллә ни ҡыйын булманы. Ә бына оҙайлы ҡышҡы каникулдан һуң, киреһенсә, өй тормошон, атай-әсәйемде, ҡустымды нығыраҡ һағына башланым.
- Ауыр тип әйтмәҫ инем. Үҙем һайлаған йүнәлеш булғанғамы икән, уҡыу артыҡ ҡатмарлы тойолмай. Иң мөһиме - лекцияларҙы ҡалдырмаҫҡа, имтихан-зачеттарҙы ваҡытында тапшырырға кәрәк.
- Мәктәп тормошо һағындырамы?
- Иҫкә төшөрәм, әлбиттә. Төплө белем биргәндәре өсөн уҡытыусыларыма рәхмәтем ҙур. Сессиялар ваҡытында, мәктәптә уҡыуы ҡалай еңел булған икән, тип әхирәттәрем менән көлөшөп тә алабыҙ.
- Класташтарың менән аралашаһыңмы?
- Мәктәп дуҫтары - ғүмерлек, тип иҫәпләйем. Телефон, интернет аша бер-беребеҙҙең тормош менән ҡыҙыҡһынып торабыҙ, һағынып киткәндә осрашып та алабыҙ.
- Азалия, һиңә киләсәктә лә спорт менән йәнәшә атлап, уҡыуыңды һәйбәт итеп тамамлауыңды теләйбеҙ.