Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
23 Ғинуар 2018, 11:39

Бына, исмаһам, Салауат рухлы егеттәр!

Көҙөн “Салауат” гәзите, Салауат башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә, “Минең Салауатым” конкурсын иғлан иткәйне. Унда гәзит уҡыусыларыбыҙҙан ҡалабыҙға, милли батырыбыҙға, “Салауат” гәзитенә, шулай уҡ Салауат исемле аталарына, тормош иптәштәренә, улдарына арналған мәҡәләләр яҙыуҙы һорағайныҡ.

Көҙөн “Салауат” гәзите, Салауат башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә, “Минең Салауатым” конкурсын иғлан иткәйне. Унда гәзит уҡыусыларыбыҙҙан ҡалабыҙға, милли батырыбыҙға, “Салауат” гәзитенә, шулай уҡ Салауат исемле аталарына, тормош иптәштәренә, улдарына арналған мәҡәләләр яҙыуҙы һорағайныҡ.

Салауатты данлауҙа, ғәҙәттәгесә, мәктәп уҡыусылары әүҙем булып сыҡты. Айырыуса 25-се башҡорт гимназияһының ҡәләм тирбәтеүсе егет һәм ҡыҙҙары был конкурста үҙҙәренең шиғыр яҙыу оҫталығын күрһәтеп кенә ҡалманы, ә йөрәктәрендә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа, уның исемен йөрөткән ҡалабыҙға ҡарата булған оло һөйөү, ғорурлыҡ тойғоларын иҫбат итте. Йыл тамамланыу менән редакция ижад бәйгеһенә йомғаҡ яһаны һәм, уның еңеүселәре тап ҡалабыҙҙың башҡорт гимназияһынан булыуын иҫәпкә алып, өмөтлө йәштәребеҙҙе белем усағының үҙенә барып ҡотланы.

Шулай итеп, “Минең Салауатым” конкурсында беренсе урын, “Салауатҡа оҡшармын” шиғыры өсөн, 7-се класс уҡыусыһы Айҙар Ҡормановҡа бирелде. Уның класташы Арыҫлан Шиһапов шулай уҡ милли батырыбыҙға арналған ижад емеше менән икенсе урын алды. 10-сы класс уҡыусыһы Буранбай Ҡолмөхәмәтовтың Салауат ҡалаһын данлаған шиғыры өсөнсө урынға лайыҡ тип табылды.

- Йәштәр хәҙер бөтә мәғлүмәтте интернеттан алырға күнегеп бара. Әммә унда хәбәрҙәрҙең хаҡ, дөрөҫ булыуында бер ниндәй ҙә ышаныс юҡ. Шуға күрә баҫма матбуғатты уҡырға кәрәк. Конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашыу, шуның менән үҙегеҙҙең һәләттәрегеҙҙе белдереү мөһим. Мәктәптә тик яҡшы билдәләренә өлгәшеүегеҙҙе, яҡшы кешеләр булыуығыҙҙы теләйем, - тине, еңеүселәрҙе ҡотлап бүләк тапшырғанда, Салауат башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ҡаланың Мәғлүмәт үҙәге директоры, “Салауат” гәзитенең баш мөхәррире Сибәғәт Рахманғолов.

Әйткәндәй, гәзитебеҙ Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 85 йыллығына бағышлап шулай уҡ шиғри конкурс иғлан итә. Һәр кем унда ҡатнашып, үҙенең һәләттәрен күрһәтә ала.


Читайте нас: