Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
19 Ғинуар 2018, 13:48

Салауат егете - БСТ каналында

Төбәгебеҙҙәге кино сәнғәтенең үҙ йөҙө барлыҡҡа килә башланы бит әй, дуҫтар. Былтырғы йылдың яңғырауыҡлы премьераһы - һәләтле йәш режиссер Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән!» фильмы быға тиклем тик ҙур экрандарҙа ғына күрһәтелеп килеп, ниһайәт, Яңы йылдың тәүге көндәрендә уны Башҡортостан юлдаш телеканалы аша бөтә Башҡортостан халҡы ҡарай алды. Башҡорт киноһы үҙен яңынан-яңы йүнәлештәрҙә лә һынап ҡарай. Яңы йыл каникулдары ваҡытында республика «Өйҙәштәр» исемле тәүге башҡорт ситкомын да бүләккә алды. Ә иң мөһиме унда беҙҙең ҡаланың йәш, дәртле, ижади егеттәренең береһе, әлеге ваҡытта «Ағиҙел» мәҙәниәт һәм ял үҙәге директоры урынбаҫары булып эшләп йөрөүсе Рауил Хәкимовтың ҡатнашыуын күреп ҡыуандыҡ.

Төбәгебеҙҙәге кино сәнғәтенең үҙ йөҙө барлыҡҡа килә башланы бит әй, дуҫтар. Былтырғы йылдың яңғырауыҡлы премьераһы - һәләтле йәш режиссер Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән!» фильмы быға тиклем тик ҙур экрандарҙа ғына күрһәтелеп килеп, ниһайәт, Яңы йылдың тәүге көндәрендә уны Башҡортостан юлдаш телеканалы аша бөтә Башҡортостан халҡы ҡарай алды. Башҡорт киноһы үҙен яңынан-яңы йүнәлештәрҙә лә һынап ҡарай. Яңы йыл каникулдары ваҡытында республика «Өйҙәштәр» исемле тәүге башҡорт ситкомын да бүләккә алды. Ә иң мөһиме унда беҙҙең ҡаланың йәш, дәртле, ижади егеттәренең береһе, әлеге ваҡытта «Ағиҙел» мәҙәниәт һәм ял үҙәге директоры урынбаҫары булып эшләп йөрөүсе Рауил Хәкимовтың ҡатнашыуын күреп ҡыуандыҡ.Ситком - ул ситуация комедияһы тигәндән ҡыҫҡартып алынған һәм бер үк күренештә бер үк төп персонаждар ҡатнашҡан көлкөлө сериал. “Өйҙәштәр” үҙенсәлекле идея буйынса төшөрөлгән. Сюжетҡа ярашлы, төрлө холоҡло һәм һөнәрле ете йәш кеше Өфөлә яңы тормош башларға ҡарар итә. Улар һуңғы аҡсаларын бер айлыҡ йәшәү өсөн түләй, ләкин «ҡара» риэлторҙар мутлығы арҡаһында барыһы ла бер фатирҙа йәшәргә мәжбүр була. Геройҙар ҡалала үҙ тормошон ҡорорға теләй, төрлө хәлдәргә осрай, ғашиҡ була, аҡса эшләргә тырыша. Фильмда башлыса М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнаша. Салауат егете Рауил Хәкимов был сериалда бик ҙур урын алмаһа ла, үҙенең сағыу образы һәм уны ҡыҙыҡлы, бөтә актерлыҡ оҫталығын һалып башҡарыуы менән күптәрҙең иҫендә ҡалғандыр, тип уйлайым.

- Минең был проектта ҡатнашыуым уйламағанда, көтмәгәндә килеп сыҡты, - ти Рауил. - Сценарий авторы Зөһрә Бураҡаеваны күптән белә инем, таныш та инек. Ул шылтыратып, сериалда төшөргә тәҡдим итте. Минеңсә, тәҡдимдән баш тартып, бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырыу яҙыҡ булыр ине. Тиҙ генә тексты ятлап, Өфөгә юлландым. Нимәһе әйбәт булды, актерҙарҙың театрҙа эшләп йөрөүен иҫәпкә алып, киноны төшөрөүҙе йәкшәмбе һәм дүшәмбе көндәренә билдәләгәндәр, миңә лә эштән китеүе еңелерәк булды. Минең образ бик үҙенсәлекле, миңә тупаҫыраҡ егетте сағылдырырға кәрәк ине. Ул башҡа кешеләргә ҡарата үҙен һөмһөҙ тота. Был ролде башҡарыу минең өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Сөнки тормошта мин бөтөнләй икенсе кеше. Шулай ҙа быға тиклем йыйылған әҙме-күпме тәжрибәм миңә оҫталығымды еренә еткереп башҡарырға мөмкинлек биргәндер, тип уйлайым. Һәр хәлдә Зөһрә апайҙан ышанысығыҙҙы аҡланыммы тип һорағас, бөтәһе лә һәйбәт булды, тип яуап бирҙе. Был минең өсөн иң юғары баһа.

Рауил Хәкимов күптән инде ижад, сәнғәт донъяһында уралған кеше. Ул режессерлыҡҡа уҡып йөрөй, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, «Ағиҙел» мәҙәниәт һәм ял үҙәге тормошонда ҡайнап йәшәй, сценарийҙар яҙа, уларҙы ҡуя, алып бара, киноһын да төшөрә.

- Мин үҙем фильмды ысынбарлыҡ мөхиттә төшөрәм. Ә был сериалда бөтә хәл-ваҡиғалар бер үк декорациялар эсендә бара. Ғөмүмән алғанда, сериалда төшөү минең өсөн бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булды. Үҙем өсөн ҙур тәжрибә алдым. Режиссер Роман Пожидаев ҡулы аҫтында эшләү еңел бирелде. Бергә төшкән актерҙар менән дуҫлашып бөттөк, улар менән ваҡытыбыҙ күңелле үтте. Был проект минең тормошомдоң бер бәхетле миҙгеле, - ти “Өйҙәштәр” ситкомында төшкән Рауил Хәкимов.
Читайте нас: