газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
12 Ғинуар 2018, 12:49

Алға бара «Аҫылташ»

25-се башҡорт гимназияһында республикала беренсе тапҡыр уҙғарылған «Аҫылташ» дебат уйындарына һайлап алыу туры үтеүе тураһындағы мәҡәлә гәзиттә донъя күргәйне инде. Уның йомғаҡтары буйынса, I урынды Илгиз Искәндәров менән Илнур Ҡунаҡҡужиндың «Күк бүре», II урынды Венера Ҡаҙбәкова һәм Руфина Рәхмәтуллинаның «Күҙлеклеләр» командалары алғайны. Еңеүселәр декабрь айында чемпионаттың Өфөлә үткән республика этабында ҡатнашты. Беҙҙекеләргә еңеү яуларға әҙ генә мәрәй етмәгән. Шулай ҙа, егет-ҡыҙҙарҙың әйтер һүҙҙәре, уртаҡлашыр тәьҫораттары бар.

- Бындай уйындарҙа ҡатнашы-уыбыҙға бик шатбыҙ. Беҙ ҡатнаш никах, етәксе вазифаларҙа ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ, сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һөнәр һайлау дәрестәре һәм башҡа темалар буйынса фекер алыштыҡ, бәхәсләштек. Сығыштарҙы йәш сә­йәсмән­дәр, йәмәғәт эшмә­кәрҙәре баһаланы. Аныҡ һәм үткер һүҙле, үҙ фекерен дәлилдәр менән нығыта белгән иң оҫта 32 ҡатнашыусы финал уйындарына сығыу бәхетенә өлгәште. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңеүгә өлгәшә алманыҡ. Һөҙөмтәлә, чемпион дәрәжәһен Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатынан “Көслө тамыр” командаһы алды. Икенсе урынға Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан “Етегән” командаһы лайыҡ булды. Өсөнсө урында - Нефтекама нефть колледжынан “Йәш гвардия” коман­даһы. Шуны билдәләп үтер инек, урындар лайыҡлы бирелде. Сөнки был командалар-ҙағы уҡыусылар ҡыйыулыҡтары, башҡорт телендә саф, таҙа итеп һөйләшеүҙәре менән айырылып торҙо. Үҙебеҙҙе лә насар сығыш яһаныҡ тип әйтмәйбеҙ, әммә эшләнәһе эштәр байтаҡ икәнлеген аңланыҡ. Башҡортостанда бик рухлы балалар барлығын күрҙек, шулай булғас, республикабыҙҙың, телебеҙҙең киләсәге бар икән, тигән фекергә килдек. Был беҙҙең өсөн оло тәжрибә туплау майҙансығы булды, - тип фекерҙәрен белдерҙе йәштәр.

Илгиз менән Илнурҙың команда-һының исеме лә үҙенсәлекле, һауанан алынмаған. Ни өсөн «Күк бүре» тип һорағас, егеттәр:

- Башҡортостанда республикабыҙ өсөн көрәшкән, башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү менән янып йәшәгән ойошма барлығын белә инек. Уларға оҡшарға тырышып, команданың исемен шулай тип атаныҡ, - тине.

Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ
Читайте нас: