газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
28 Ноябрь 2017, 15:10

«Аҫылташ» һәләттәр аса

Беҙҙең 25-се башҡорт гимназияһында башҡорт телендә дебаттар буйынса «Аҫылташ» республика чемпионатының зона этабына һайлап алыу туры үтте. Был уйында башҡорт телен яҡшы белгән һәм дебаттар алып барыу сәнғәтендә үҙҙәренең һәләтен күрһәтергә теләгән юғары класс уҡыусылары ҡатнашты.

Беҙҙең 25-се башҡорт гимназияһында башҡорт телендә дебаттар буйынса «Аҫылташ» республика чемпионатының зона этабына һайлап алыу туры үтте. Был уйында башҡорт телен яҡшы белгән һәм дебаттар алып барыу сәнғәтендә үҙҙәренең һәләтен күрһәтергә теләгән юғары класс уҡыусылары ҡатнашты.

Чемпионаттың ойош-тороусыһы - Башҡортос-тандың «Йәш гвардия» ойошмаһы. Тәүҙә сара етәксеһе Армен Гаспарян уҡыусыларға дебаттар тураһында һөйләне, уйын шарттары менән таныштырҙы. Артабан бәйгене «Аҫылташ» рес-публика йәштәр форумы етәкселәре Наҙгөл Ғәлиева һәм Байрас Азаматов алып барҙы.

Дебатта ҡатнашырға теләүселәр күп ине, ләкин уйын шарты буйынса 16 уҡыусы ғына һайлап алыу турына үтте. Улар үҙҙәренең телде яҡшы белеүен, аудитория алдында сығыш яһау оҫталығын күрһәтте. Артабан 8 уҡыусы финалға сыҡты һәм уҡыусылар үҙҙәре дәрестәр теҙмәһен төҙөй аламы-юҡмы икәнлеген күрһәтте, кемдәр яҡшыраҡ тәрбиәләй: профессиональ тәрбиәселәрме, әллә өләсәйҙәрме, тигән темаларға ҡыҙыҡлы итеп фекер алышты. Дебаттар барышында йәштәр үҙҙәрен премьер-министр, вице-премьер, оппозиция лидеры, хөкүмәт секретары һәм башҡа ролдәрҙә һынап ҡараны. Бындай уйын беренсе тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, уҡыусыларыбыҙ лайыҡлы сығыш яһаны.

Уйын йомғаҡтары буйынса I урынды «Күк бүре» командаһы (Илгиз Искәндәров һәм Илнур Ҡунаҡҡужин), II урынды «Күҙлеклеләр» (Венера Ҡаҙбәкова һәм Руфина Рәхмәтуллина), III урынды «Фридрих II Барбаросса» командаһы (Буранбай Ҡолмөхәмәтов һәм Фидан Уликанов) яуланы. Буранбай Ҡолмөхәмәтов чемпионаттың иң яҡшы спикеры тип билдәләнде. Еңеүселәр чемпионаттың Өфөлә үтәсәк республика этабында ҡатнашасаҡ. Уларға уңыштар теләйек!


Читайте нас: