Әсә булыу - ҙур бәхет һәм оло яуаплылыҡ, балаларың тураһында хәстәрлек күреү ул. Әсә күңеленең киңлеге, изгелеге тәбиғәттән килә. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, күңел матурлығын юғалтмай, тирә-яғындағыларға тик изге тойғолар ғына өләшеп йәшәгән, балаларына оло терәк булған әсәйҙәр оло хөрмәткә лайыҡ.
Салауат ҡалаһының 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Ғәлимова ҙур йөрәкле әсә генә түгел, ул үҙенең һөнәрен балалар тәрбиәләүгә арнаған кеше. Әсәһе садикта тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп ҡара тигәс, уның һүҙен йыҡмай, кесе тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Шулай итеп Альбинаның хеҙмәт юлы 18 йәшенән башлана. Балаларҙы яратыуы эште еңеләйтә, ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел таба. Альбина Вилдан ҡыҙы тормош иптәше менән Риана исемле ҡыҙ һәм Эмир исемле ул үҫтерә. 20 йылға яҡын эш тәжрибәһе булған белгес үҙен сабыйҙарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.
- Эшем бик оҡшай, унан бигерәк балаларҙы үтә лә ныҡ яратам. Һәр береһе өсөн өҙөлөп торам. Сабыйҙар менән көн үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Ҡыҙым өйгә ҡайтҡас, ҡайһы саҡ, һин садиктағы балаларҙы беҙгә ҡарағанда нығыраҡ яратаһың, тип үпкәләп тә ала. Шуға ла ғәзиздәремә ваҡыт бүлергә тырышам. Эштән һуң арыттырһа ла сабыйҙарым менән уйнап алам, ҡыҙымдың өйгә эшендә ярҙам итәм, - ти Альбина Ғәлимова.
Ысынлап та, әсәйҙәрҙең эше бик күп - улар бит донъя тотҡаһы. Балаларҙы тәрбиәләргә кәрәк, ашарға бешерергә, йы-уырға, таҙартырға - һанап бөткөһөҙ мәшәҡәттәрҙең барыһы ла әсәйҙәр иңендә.
Ике бала әсәһе Альбина Вилдан ҡыҙы әсә төшөнсәһен яҡшы аңлай:
- Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тибрәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған. Әсәйҙәрҙең күҙҙәре иң матуры, әсәйҙәрҙең һүҙе - иң наҙлыһы, әсәйҙәрҙең ҡулы иң йомшағы, әсәйҙәрҙең кәңәше иң дөрөҫө. Мин дә әсәйем өсөн өҙөлөп торам, ул һәр ваҡыт миңә иң яҡын кеше булып ҡаласаҡ.