Йәш парҙар ҡауышмаһа, сабыйҙар донъяға килмәһә, илебеҙҙең киләсәге юҡ, тигән һүҙ. Ә ғаиләләр ныҡ, татыу булһа, илебеҙҙең көс-ҡеүәте арта ғына. Конкурс өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау маҡсатында уҙғарыла ла инде.
Һынау тотор өсөн сәхнәгә Алина һәм Шамил Кантюковтар, Айгөл һәм Илгиз Йәнекәйевтар, былтыр конкурста көмөш призерға лайыҡ булған Финиза һәм Павел Артамоновтар һәм ике йыл рәттән конкурс лауреаты исемен яулаған Галина һәм Алексей Горелкиндар күтәрелде. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина конкурста ҡатнашырға батырсылыҡ иткән йәш ғаиләләргә изге теләктәрен еткерҙе.
- Ҡаланың киләсәге тап ошондай уңған, өлгөлө ғаиләләрҙә. Бөгөн сәхнәлә төрлө һөнәр эйәләрен күреү бик ҡыуаныслы. Иң мөһиме, кескәйҙәрҙең йөҙҙәренән нур бөркөлә, улар ялҡынлы сығыштары менән тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итергә әҙер. Һәр яҡлап талантлы, тырыш ғаиләлә балалар ҙа рухлы, илһөйәр булып үҫә. Был һүҙҙәр тап һеҙҙең хаҡталыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ,- тине Дилбәр Радик ҡыҙы.
Иң тәүҙә алдан үткәрелгән һынау һөҙөмтәләре иғлан ителде. Конкурс ҡағиҙәләренә ярашлы, бөтә ғаиләләр ҙә «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» стандартын тапшырып, үҙҙәренең физик әҙерлеген күрһәтергә тейеш ине. Һынауҙы барыһы ла уңышлы үтте. Кантюковтар һәм Йәнекәйевтар бер үк мәрәй йыйып, иң яҡшыһы тип танылды. Шәжәрә ағасын төҙөү ҙә мотлаҡ талаптарҙың береһе булды. Ете быуыныңды белмәй, киләсәкте төҙөп булмай, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Һәр ғаилә бында ла үҙен иң-иңе тип танытырға тырышты.
Конкурс «Визит карточкаһы»нан башланды. Унда һәр ғаилә үҙҙәре менән таныштырҙы.
Тулыһынса гәзит биттәрендә уҡығыҙ.