Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
23 Ғинуар 2017, 02:00

Ҡулдарынан матурлыҡ тыуа

Үҙ эшен асырға кем генә хыялланмай. Ләкин ысынбарлыҡта күптәребеҙ, эш хаҡы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ялланып эшләүҙе ҡулай таба. Ай һайын ниндәйҙер күләмдә эш хаҡы алыу, бойондороҡһоҙ булыуҙан ҡәҙерлерәк. Сөнки эшҡыуарлыҡ ул һәр ваҡыт билдәһеҙлек бизмәнендә: бөгөн уңһаң, иртәгә туңырға мөмкин. Эшҡыуарлыҡ - аҡыл һәм күңел көсөргәнешлеген үтә ныҡ талап иткән шөғөл. Нимә булһа ла, яуаплылыҡ һинең өҫтә. Ошоно аңлағандар ғына йүнселлеккә тотоналыр. Үҙ эшен асып ебә-реүселәрҙең береһе Алина ӘБЛӘЕВА хаҡында һүҙем.


Алина пермаментлы макияж (биткә татуаж) эшләү салонын етәкләй. Ул өс йыл инде шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Бөгөн хеҙмәтенең емештәре лә бар. Әлбиттә, йәш ҡыҙға былар еңел генә бирелмәй.
Әсәһе мәңгелек йортона күскәс, 13 йәшенән Алинаны атаһы һәм өләсәһе ҡарап үҫтерә. Үҫмер ҡыҙ макарон цехында, аҙаҡ кибеттәрҙә иҙән йыуып, аҡса эшләргә өйрәнә. Ҡаланың 16-сы мәктәбендә уҡығанда сәнғәт мәктәбенә лә йөрөп өлгөрә. Аҙаҡ Стәрлетамаҡ технологиялар һәм Санкт-Петербург технология, моделләштереү һәм ида-ралыҡ технологиялары колледждарында белем ала. 18 йәшендә «Людмила» бөҙрәханаһына парикмахер булып эшкә урынлашҡас та, һәр ваҡыт белемен камиллаштырырға ынтылған ҡыҙ ситтән тороп Ҡаҙан архитектура-төҙөлөш университетына инә. Башҡа бөҙрәханаларҙа ла сәс киҫеү серҙәренә өйрәнә. Шунда бер юлы керпек оҙонайтыу нескәлектәрен дә үҙләштерә.Яйлап үҙенең клиенттары барлыҡҡа килә. Санкт-Петербургка барып, ҡаш, күҙ, иренгә профессиональ кимәлдә татуаж эшләргә, тырнаҡ буярға өйрәнә. Бер нисә йылдан матурлыҡ салонында ҡуртымға бүлмә алып, эшҡыуарлыҡҡа тотона.
- Эшемде асып ебәргәндә берәүҙән дә ярҙам көтмә-нем. Аҡсаңды әрәм итеп, юҡ менән булаһың, тип ышанмаусылар ҙа булды. Барыһына ла үҙемдең тырышлығым менән өлгәштем. Әгәр ҙә үҙ һөнәреңде яратмайһың икән, аҡса һуғыу өсөн генә эшҡыуар булып булмай. Иң ҡәҙерлеһе - үҙ ҡулдарың, көсөң менән һөҙөмтәләргә ирешеү. Ваҡытында миңә күп нәмәнән баш тартырға тура килде, кейенмәһәм кейенмәнем, бер ҡайҙа ла сәйәхәт ҡылманым. 11 йыл эсендә күпкә өлгәштем мин. Әлбиттә, элгәре миңә ярҙам итер кеше булһа, барыһына ла алданыраҡ ирешер инем, - ти Алина.


Әле уға хәләл ефете ҙур терәк. Сабыр иткән - моратына ирешкән. Булдыҡлы белгес ике йыл элек үҙенең пермаментлы макияж салонын асып ебәрә. Алинаның даими, тоғро клиенттары бар. Влада исемле ҡыҙҙы үҙенә эшкә алған. Алина ҡулланған ҡорамалдар барыһы ла Италиянан алынған. Ҡиммәтле, хәүефһеҙ, сифатлы тауарҙар. Эшһөйәр ҡыҙ үҙен артабан да үҫеш юлында күрә. Яңыраҡ ул Өфөлә пермаментлы макияж яһау үҙәгендә курстарҙа уҡып, халыҡ-ара класлы мастер исеменә лайыҡ була. Әле «Алтын бал ҡорто» Рәсәй конкурсына әҙерләнә.
Бөгөн капитал юҡлығы үҙ эшеңде башлап ебәреүгә тотҡарлыҡ түгел. Ә халыҡтың күпселеге ундай яуаплылыҡтан ҡурҡа. Йәштәр араһында Алина кеүек тырыш, ныҡышмалдар күп булһын ине.


Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: