-3 °С
Ҡар
Студент - киләсәккә төрлө пландар ҡороп, төн йоҡоларын йоҡламай тырышып-тырмашып белем диңгеҙен кискән кеше ул. Тик уҡыу менән генә мәшғүл булһаң, ул ваҡыттар тормоштоң иң матур, күңелле мәле булып йөрәктә һаҡланмаҫ ине. Беҙҙең ҡалала ла уңышлы уҡып, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған, бер ҡайҙа ла һынатмаған йәштәребеҙ бихисап. Бөгөн Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының ошондай тынғыһыҙ студенттарының ҡайһы берҙәре менән таныштырмаҡсыбыҙ.