Үҙ ҡыйығың булыу - оло бәхет. Һәм ошо шатлыҡты күптән түгел етем һәм атаәсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған йәштәр ҙә тойҙо. Торлаҡлы булыу көнөн ҡыҙҙар-егеттәр түҙемһеҙлек менән көтөп алған, сөнки улар быға ҡәҙәр опекундары менән йәшәгән. Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин ҡулынан был көндө алты етем торлаҡ асҡыстары алды.
- Бөгөн, һеҙ фатир асҡыстарын ғына түгел, ә яңы тормошҡа асҡыстар алаһығыҙ. Һеҙҙең ғаилә ҡороп, матур балалар үҫтереүегеҙҙе теләйем. Өйөгөҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, тәртип, йылылыҡ һәм бәхетле минуттар күберәк булһын. Эйе, тормошта төрлө мәлдәр була, әммә һеҙ көслө, бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығып киләһегеҙ. Беҙ һәр ваҡыт һеҙгә ярҙам итергә әҙер, был беҙҙең бурыс. Хәҙер һеҙ Салауат ҡалаһының төп кешеләре, шуға күрә бергәләп тыуған ҡалабыҙ мәнфәғәтендә эшләргә, ижад итергә һәм үҫергә саҡырам, - тине Марат Ғәйнулла улы.
Ниһайәт, бәхетле йорт туйлаусыларға фатир асҡыстарын тапшырыу ваҡыты етте. Уларҙың хужалары - Владислав Овчинников, Яна Плеханова, Мария Подкина, Артем Яҡупов, Снежана Мәзитова һәм Алина Тулыбаева. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ике ҡыҙ тантаналы сарала ҡатнаша алманы. Алина был ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетында имтихандар тапшыра, ә Снежана Өфөлә дауаханала ине - ул тиҙҙән бәхетле әсәй буласаҡ.
Был йәштәрҙең юлында опекундары - яҡшы һәм әҙәпле кешеләр осрап, уларға тормошта терәк һәм ярҙам була. Артем Яҡуповтың инәһе Оксана Янгалова уны алты йәшенән тәрбиәләй. - Беҙ был ваҡиғаны түҙемһеҙләнеп биш йыл көттөк. Фатир биреүҙәре тураһында әйткәс, шатлығымдың сиге булманы. Артемды мин алты йәшенән тәрбиәләйем, бик аҡыллы егет. Ҡаланың механика-төҙөлөш колледжын тамамланы, армияла хеҙмәт итеп ҡайтты һәм хәҙер эшкә урынлашып йөрөй. Бөгөн, бында килер алдынан, мебель магазинына инеп, диван һәм шкафтар ҡарап сыҡтыҡ. Был дәүләттән бик яҡшы ярҙам, балаларҙың бөтәһе лә һәйбәт булһын тип кенә теләйем, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Оксана.
2025 йылда Салауат ҡалаһы ҡала округына 47 472 282,00 һум күләмендә субвенция бирелгән. Был сумманың 6 926 502,00 һумы федераль бюджеттан һәм 40 545 780,00 һумы Башҡортостан Республикаһы бюджетынан. Быйыл 22-23 фатир һатып алыу планлаштырылған, шуларҙың 15-е буйынса килешеүҙәр төҙөлгән. Республика бюджеты аҡсаһына 2 сертификат бирелә, әлеге ваҡытта береһе тапшырылған да инде. 23 майға етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы фатир менән тәьмин итеү исемлегендә 171 кеше иҫәпләнә. Ҡала хакимиәте быға тиклем биш фатир асҡысы тапшырғайны, һәм бына был һан тағы 6-ға артты. Торлаҡлы булыу ғаиләлә һәм эштә тотороҡлолоҡ, тыныслыҡ һәм уңайлылыҡ өсөн нигеҙ булып тора. Әгәр тыуған ҡала йәштәргә иртәгәһе көнгә ышаныс һәм өмөт бирә икән, ул бәхетен сит илдәрҙә эҙләмәйәсәк.
Сөмбөл ШӘЙӘХМӘТОВА. Автор фотолары.