Әлиә Рәшитова – Урал аръяғы ҡыҙы. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөлә сәнғәт училищеһында белем ала, аҙаҡ Сибай ҡалаһының художество мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Мәктәптә 18 йыл эшләгәндән һуң, Әлиә 2000 йылда ғаиләһе менән Салауат ҡалаһына күсеп килә.
- Беҙҙең Сибай яҡтарында бик талантлы халыҡ йәшәй, элек-электән ҡул эштәре менән булышыусылар бихисап булды. Төрлө сараларға милли кейемдәр кейеп, биҙәүестәр тағып йөрөргә яратыусылар артты. Халыҡта ихтыяж тыуыуын күреп, игеҙәгем Зәлиә менән был эште башлап ҡарарға булдыҡ. Шулай итеп, бына ете йыл яратҡан һөнәребеҙ менән булышабыҙ, - тип һөйләй Әлиә.
Оҫта Салауатҡа килгәндә өсөнсө улы менән декрет ялында була. Бәпес менән өйҙә ултырған ҡатындың эшләгән биҙәүестәрен һатып тапҡан килеме, үҙе әйтеүенсә, хужалыҡта ярап ҡала. Шуға ла төп эшен ҡалдырып, тап түшелдеректәр, хәситәләр, алҡа-балдаҡтар, мосолман туйҙарына ҡашмауҙар, бер һүҙ менән әйткәндә, халҡыбыҙҙың барлыҡ биҙәүес әйберҙәрен эшләй башлай.
- Күптән түгел бейеү ансамбле тиҙ арала балалар өсөн 12 түшелдерек әҙерләп биреүҙе һорағайны. Көнө-төнө ултырып тигәндәй, көн ярымда тегеп бирҙем. Башҡа эштәремде ҡалдырып, тыныс ҡына ултырып эшләүҙе яратам. Ҡайһы ваҡыт ике-өс аҙна ла эшләгәнем бар. Иң мөһиме кәрәкле мәрйендәр, әйберҙәр булыуы зарур, иң ҡыйыны барыһын да туплау алыу, - тип һөйләй оҫта.
Әлеге ваҡытта Әлиәнең ҡулдары менән йөҙләгән селтәр эшләнеп төрлө тарафтарға таралған, уларҙы Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан, Себер яҡтарынан килеп, сит илдәрҙән заказ менән алыусылар бар. Оҫтарып алған гүзәл зат быйыл йәй дауамында әллә күпме сараларҙа, төрлө райондарҙағы һабантуйҙарҙа ҡатнашҡан.
- Төрлө яҡта халыҡ төрлөсә ала. Ҡайһы бер ҙә оҙаҡ ҡына үтмәгән әйбер һыпырылып алына, икенсе яҡта шәп һатылған әйберҙәр һатылмаҫҡа мөмкин. Тәғәйен генә шуны күберәк йәки быны күберәк эшләргә кәрәк тип белеп булмай. Йәй көндәре йөҙөктәр, алҡалар күберәк һатыла, ҡыштарын башлыса, түшелдеректәр үтә. Быйыл йөрөгән һабантуйҙар араһында «Башҡорт аты» фестивалендә генә ҡул оҫтарына тырым-тырағай урындар бирҙеләр, бөтәбеҙҙе бер рәткә теҙеп ҡуйһалар, үтә лә матур булыр ине, - ти Әлиә.
Әлеге ваҡытта Әлиә тегеү машинаһы һатып алған, киләсәктә ҡатын футболкалар тегә башларға ниәт итеп йөрөй. Уларҙы төрлөсә биҙәп, үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрөп һатыуға сығарырға иҫәп тота. Булдырмаҫ тимә, булдырыр ул, сөнки уға әсә ҡаны менән ҡул эштәренә булған маһирлыҡ һәм оҫталыҡ бирелгән.
- Ҡул эштәренә һөйөү әсәйемдән киләлер. Ул ғүмер буйы тегеү фабрикаһында эшләне, гел генә тегеү менән шөғөлләнде. Әлеге ваҡытта милли күлдәктәр, тарихты өйрәнеп халҡыбыҙҙың биҙәүестәрен тергеҙә. Бик яҡшы һәм файҙалы эш эшләйһең тип маҡтап, хуплап ҡына тора, - тип һөйләй Әлиә үҙенең әсәһе тураһында.
Ысынлап та, рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған кейемдәребеҙгә һәм биҙәүестәргә ҡарата иғтибар артҡандан-арта бара, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һаҡлана, йәштәргә өйрәтеүселәр булғанда киләсәк быуынға ла тапшырыла.
Гөлиә Нуриманова.